ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Агитбригадалар баҫыуға сыҡты

“Яҙғы бер көн йылды туйҙыра” тигән әйтем бар халҡыбыҙҙа. Уның дөрөҫлөккә тап килгәнен айырыуса ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре яҡшы белә. Шуға ла баҡса һәм яҙғы баҫыу эше барғанда аяҙ көндөң һәр сәғәтен, минутын файҙаланып ҡалырға тырыша улар.

Ғөмүмән, был дөйөм эшкә һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә унан ситтә ҡалмай. Һәр ауыл биләмәһендә ялан батырҙарының төшкө ял мәлендә концерт ойшторҙолар. Күп функциялы үҙәк, мәҙәниәт йорто һәм клубтарҙың үҙешмәкәр коллективтары, мәҙәни сараларҙы ойоштороусыларҙан төҙөлгән агитбригадалар концерт программаһын Тыуған ил, илһөйәрлек, хеҙмәт батырлығы, милләт-ара татыулыҡ хаҡында йырҙар, шиғырҙар, дәртле бейеүҙәр менән байытты.
Корнеевка ауыл биләмәһе һәүәҫкәр артистары әҙерләгән тамаша ла сағыу һәм бай йөкмәткеле булды. Улар Халыҡ-ара ғаилә көнө билдәләнгән көндә “Ашҡаҙар” ауыл хужалығы предприятиеһы аграрийҙары алдында сығыш яһаны. Механизаторҙарға айырыуса “Миләш” вокаль ансамбле, Зифа Бәширова һәм Илнара Көмөшбаеваның йыры оҡшаны. Дәүләтҡол ауылы клубы мәҙәни эштәр ойоштороусыһы Хәҙисә Низамова әйтеүенсә, бындай концерттар бик кәрәк, улар ауыл эшсәндәрен дәртләндереп, яңы хеҙмәт батырлығына илһамландырып ҡына ҡалмай, ә уларҙың ауыр эштән талсыҡҡан күңелдәренә ял да бирә.
Читайте нас: