ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ә һеҙ нисек яуап бирер инегеҙ?

Ысынлап та, нишәп әбей менән бабай ул? Мин дә уйға ҡалдым әле, йәмәғәт...

Дүрт йәшлек ейәнем, бөтә балалар кеүек, әкиәт ярата. Ҡайһы берҙәрен яттан белһә лә, көн һайын яңынан һөйләтә, йөҙ төрлө һорауын бирә.
Ә һорауҙары быға тиклем ошондайыраҡ була торғайны. Мәҫәлән, “Йомро икмәк” әкиәте буйынса “Нишәп әбейҙең оно булмаған?”, “Ә нишәп икмәк ҡасып киткән?”, “Нишәп уны бер кем дә эҙләмәгән?” йәки “Урал батыр” эпосы буйынса “Нишәп улар һунарға йөрөгән?”, “Нишәп улдарын үҙҙәре менән алмаған?” тигән кеүегерәк “житейский” мәсьәләләр ҡыҙыҡһындыра ине уны.
Кисәге һорауы мине тәүҙә көлдөрҙө, аҙаҡ уйға һалды. Бөтә әкиәт тә
“Борон-борон заманда йәшәгән ти әбей менән бабай” тип башлана бит инде. Хандың сәсен ҡырҡып, иҫән ҡалған ҡурайсы егет тураһында һөйләй генә башлағайным:
- Ул малайҙың әсәһе менән атаһы ҡайҙа булған һуң? - ти.
Мин һорауҙың айышына төшкәнсе был тағы:
- Ә нишәп ул өләсәһе-олатаһы менән генә йәшәгән? – ти. – Атаһы менән әсәһе булмағас, ул нисек тыуған?..
Ошоға оҡшаш тағы бик күп “етди” һорауға яуап эҙләргә тура килде.
Ысынлап та, нишәп әбей менән бабай ул? Мин дә уйға ҡалдым әле, йәмәғәт. Ә ҡайһы бер башҡорт халыҡ әкиәттәре “Борон-борон заманда йәшәгән ти әбей менән бабай. Уларҙың балалары булмаған ти” тип башлана. Мәҫәлән, “Ҡамыр батыр”. Ҡартайһалар ҙа, был әбей менән бабай бала көтә булып сығамы инде атыу?
Юҡ, Камил, был һорауға өләсәйең әле яуап бирә алмай…
Читайте нас: