ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Бойҙай еҫе

Беҙҙең быуын - аслыҡ кисергән, бер телем икмәккә тилмергән һуғыш балалары.Фото: pikabu.ru

Рәшит менән Ринат беҙгә ҡаршы ғына йәшәйҙәр. Әсәйҙәре Нәзифә апай - бик сибәр ҡатын. Милләте менән сыуаш ҡыҙы. Исеме Надежда булған. Ауыл халҡы уны яратып Нәзифә килен тип йөрөтә. Ул беҙҙең телдә оҫта һөйләшә. Аталары Шәриф ағай - һуғышта. Беҙ - бик яҡын мөнәсәбәттә. Уларҙың һыйыры юҡ. Һөт-ҡатыҡ ике өйгә уртаҡ. Эште лә бергә эшләйбеҙ. Бәләкәй генә булһаҡ та, беҙгә лә эш күп эләгә. Утауға йөрөйбөҙ, үлән йыябыҙ, “Уф, Алла”ны тартып, утын хәстәрләйбеҙ. Сүп, үлән йолҡоп, малға аҙыҡ алып ҡайтабыҙ.
Малайҙарҙың һыу буйында төрткөләшкәндәрен теге “Ҡыярбаш” ҡайтып атаһына һөйләгән. Уның атаһы Дәүләтбай бабай районда “агент” булып йөрөй. Ниндәй “агент” - беҙ, балалар, уныһын белмәйбеҙ инде. Икенсе көн Нәзифә апайҙарға тентеү килеп төштө. Өйөндә эҙләнеп тә, бер бөртөк бойҙай ҙа табылмағас, уның мейесен нигеҙенә тиклем емереп төшөрҙөләр һәм ҡатынды район үҙәгенә алып киттеләр. Ике малай беҙҙә ҡалды. Әсәләрен өс көндән ҡайтарҙылар ҡайтарыуын, тик өйҙә мейес юҡ, ике ас бала. Күршебеҙ бик ҡыҙып, ярһып ҡайтып инде.
- Ҡайҙа балалар, үлтерәм! - тип ҡысҡырыуын ишетеп, ул ингәнсе, әсәйем малайҙарҙы баҙға төшөрҙө.
Бер аҙнаға яҡын, әсәләре тамам тынысланғансы, балаларын йәшереп, үҙебеҙҙә аҫыраныҡ. Нәзифә апайҙың ингәнен күреп ҡалыу менән малайҙарҙы тиҙ генә баҙға төшөрәбеҙ. Бер көн килеп инде лә ул:
- Сәлиха апай, мин белеп торам, балаларым һеҙҙә. Инде тынысландым, ҡағылмайым. Сығар уларҙы. Үҙеңдең дә ғаиләң ишле бит. Хоҙайҙың рәхмәттәре яуһын инде, һиңә. Изгелектәреңде мәңге онотмам. Нисек кенә бәхилләп бөтөрмөн инде. Рәнйетмәйем, балаларымды ҡайтар, - тип һүҙ бирҙе.
Рәшит белән Ринатты йәшергән ерҙән сығарҙыҡ. Улар әсәйҙәренә килеп һырылды. Өсәүләшеп ҡосаҡлашып илаштылар.
- Әсәй, йәнем, ғәфү ит, ғәфү ит! Башҡа бер ваҡытта ла юҡты һөйләмәм!- тип Ринат бер туҡтауһыҙ ҡабатланы ла ҡабатланы.
Кеше күҙ йәшен күреү һәр саҡ ауыр, мин дә ҡушылып илай башланым.

Фәүзиә Йомағолова.
Һәләтле яҡташыбыҙ Фәүзиә Йомағолованың "Бойҙай еҫе" хикәйәһенең тулы вариантын "Көнгәк" гәзитенең 49-51-се һандарында уҡый алаһығыҙ.
Хөрмәтле уҡыусылар, гәзиткә яҙылыу тамамлана, кемдәр яҙылмаған ашығығыҙ! Яҡташташтарыбыҙҙың ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә ижады менән тик "Көнгәк" гәзитендә генә таныша алаһығыҙ.
Фото: pikabu.ru
Читайте нас: