ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
21 Август 2020, 16:25

Мәҙәниәт - милләт-ара татыулыҡ нигеҙе

Күп милләтле район халҡы үҙ тарихын белһен, традицияларын һаҡлаһын, төрлө яҡлап үҫешһен, һәләтен, ижади көсөн бойомға ашырһын өсөн мәҙәниәт өлкәһенә етди иғтибар бүленә. Төбәк үҫеше өсөн тырыш хеҙмәт иткәндәрҙең мәҙәни ялын ойоштороуға ла район етәкселеге ҙур өҫтөнлөк бирә.

Күп милләтле район халҡы үҙ тарихын белһен, традицияларын һаҡлаһын, төрлө яҡлап үҫешһен, һәләтен, ижади көсөн бойомға ашырһын өсөн мәҙәниәт өлкәһенә етди иғтибар бүленә. Төбәк үҫеше өсөн тырыш хеҙмәт иткәндәрҙең мәҙәни ялын ойоштороуға ла район етәкселеге ҙур өҫтөнлөк бирә.
Йыл һайын мәҙәниәт учреждениелары төрлө кимәлдәге программалар буйынса төҙөкләндерелә, уларҙың матди-техник базаһы нығына, заманса йыһазландырыла. Ергәндән тыш, һуңғы осорҙа Корнеевкала, Нөгөштә күп функциялы клубтар барлыҡҡа килеүе, йыл һайын бер ауыл мәҙәниәт йортон (Рассвет, Бәләкәй Шәрип) капиталь ремонтлауға район бюджетынан аҡса бүленеүе шуға асыҡ миҫал. Шуға күрә бөтә мәҙәни учреждениеларҙа, шул иҫәптән китапханаларҙа, студияларҙа, театрҙарҙа йыл әйләнәһенә эш гөрләй. Хеҙмәткәрҙәр, ижади коллективтар республика, бөтә Рәсәй кимәлендәге сараларҙа, конкурстарҙа, фестивалдәрҙә уңышлы сығыш яһап, райондың еңеүҙәр тупланмаһын тултыра. Мәләүездәр өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡала торғандарҙан түгел, яңынан-яңы бейеклектәр яуларға һәр ваҡыт әҙер. Быйыл биш йыллыҡ юбилейын билдәләгән ял-мәҙәни үҙәге асылыуы ла райондың мәҙәни офоғонда сағыу йондоҙҙар барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итте.
Ҡала мәҙәниәт һарайында ике кино залы асылыуы ла райондың социаль-мәҙәни тормошона ҙур йоғонто яһаны. 2D һәм 3D форматындағы киноларҙы күрһәтеү өсөн заманса һанлы ҡорамал файҙаланыла. Киноиндустрияның заманса талаптарына яуап биргән тамаша залының береһе - 597, икенсеһе 66 урынға иҫәпләнгән. Был кино залдары Рәсәй һәм сит ил фильмдарын ҡарау урыны ғына түгел, ә, ысын мәғәнәһендә, күп яҡлы мәғлүмәт һәм мәҙәниәт үҙәге. Унда тематик осрашыуҙар, яңы фильмдар презентацияһы үтә.
Читайте нас: