ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
21 Август 2020, 12:21

Юғалтмағыҙ мине

Булат Рафиҡовтың тыуыуына – 90 йыл

Ваҡыт саптарында һис кенә лә алдынғылыҡты бирмәгән районыбыҙҙың үткәнен, бөгөнгөһөн һәм киләсәген барлаған көндәрҙә күңелемдә - ғорурлыҡ, сөнки 90 йыл ул олпат, аҡылллы уҙаман ғүмеренә тиңдәш оло, данлы осор.
Рәзилә ҠОТЛОГИЛДИНА.
“Ҡулдар хәтере” поэмаһынан өҙөк. Булат Рафиҡов.
Әлеге башаҡсылар – Наилә менән
Ғилметдин бит. Береһе – мин үҙем.
Ризыҡ йыйыусыны ҡасаҡтар ҙа,
Бүреләр ҙә күпме баҫтырҙы!
Күптән инде тупраҡ булған ҡамыл
Сыя һымаҡ һаман балтырҙы.
Усмаларҙы әйтеп һалыр инек:
Был - өйрәлек, быныһы – бутҡалыҡ...
Тик тоҡсайҙа йәшәү менән йәнәш
Үлем ятҡан беҙгә тоҫҡалып.
Һыу ҙа үтмәй тамаҡтан, тип ауыл
Йығылды ла ҡуйҙы аяҡтан.
Һуңлап иҫкәрттеләр плакаттар:
“Һаҡланығыҙ яҙғы башаҡтан!”
Лазаретҡа әүерелде мәктәп:
Ашау бушлай, халат, дарыуҙар...
Тик иҫәндәр һис тә бушаманы
Бер туҡтауһыҙ ҡәбер ҡаҙыуҙан.
Һөйөнгәндер үлем: буш ҡулдарҙы
Күтәрергә ваҡыт бик ҡулай...
Бирешмәнек!...
Ләхет сапҡан саҡтар
Төшкә һаман инеп сыҡҡылай.
Иҫәпләнем: миңә ун тулмаған,
Нәйлә, Ғилмеш булған ун биштә.
Зыяратта шул яҙ теҙелешкән
Ҡәберҙәрҙең һаны ун тиҫтә.
Тағы үткән көндәремә еләм
Тойғоларҙың ярһыу атында.
Барыһын да өр-яңыса күрәм
Үҙебеҙ сөйгән йондоҙ аҫтында.
Карап-юлдаш үтә баш осонан.
Беҙҙе ҡотлай бейек-бейектән
Яңы үрҙәр даулап, планетаның
Тартыу көсөн еңгән егеттәр.
Тартыу көсө. Күк есеме генә
Эйәме ни ошо сифатҡа?
Әҙер фекер, шәхси мәнфәғәттәр,
Ҡомһоҙ нәфсе теҙелер сиратҡа.
Тулҡындарға ҡаршы ынтыл – һине
Ебәрмәҫкә тырышыр иҫке яр...
...Ялҡынланды йәнә күҙ алдымда
Киң далала төнгө усаҡтар,
Улар яҡтыһында ил яңынан
Яурын киреп баҫҡан йор саҡтар;
Завод төҙөп, сиҙәм ерҙәр һөрөп,
Палаткалар ҡорған замандар,
Ҡыуаҡтарҙа йүргәк елберҙәүе,
Сәңгелдәктәр аҫҡан тағандар...
Бергә башаҡ йыйған дуҫтарымды
Ошо тормош үҙенә әйҙәне.
Комбайнға Ғилмеш уҡып ҡайтты,
Ярҙамсыһы итте Нәйләне.
Шул көҙ улар шаулы туй уҙғарып,
Сәсте сәскә бергә бәйләне.
Күп күтәртте донъя уларға йөк,
Ҡуймаһындар өсөн онотоп:
“Һуҙ ҡулдарҙы бәпес һикерткәндә,
Байраҡ тотоп! Алма, туп тотоп!...”
Үтә торҙо йылдар – Нәйлә өсөн
Экрандағы кеүек емелдәп.
Комбайндан саҡырып алыр ине
Өс һайғауға элгән сәңгелдәк.
Бер көн, шулай, ах-ох килеп етһә,
Ниҙер тойомлауҙан һиҫкәнеп –
Яңы ғына яңғыҙ ҡалған улы
Ята ине инде ишләнеп.
Һары сәсле сибек ҡыҙыҡайҙы
Ҡулына алып, Наилә шаҡ ҡатты.
Уны ташлаусыны яуҙан ҡасҡан,
Көндөҙ боҫоп, төндә йорт-юл баҫҡан
Теге дезертирға оҡшатты.
Ҡасаҡтарға хәтерендә булған
Барлыҡ ҡәһәрҙәрҙе яуҙырҙы.
Бер күкрәген хәҙер улы имһә,
Икенсеһен ҡыҙға ҡалдырҙы.
Йылдар үтә торҙо, арта барҙы
Дәғүәселәр осло тағанға.
Мәшәҡәттәр күмгәс, сараһыҙҙан,
Наилә килде шундай ҡарарға:
  • Ултыраҡ тормош кәрәк миңә, Ғилмеш,
  • Бик ҙурайҙы беҙҙең әрмиә.
    Ул да дәүләт эше – ғаилә ҡарау,
    Балаларға биреү тәрбиә.
    Шунан бирле Нәйлә йән аямай
    Мәшәҡәтле дәүләт эшендә.
    Юҡҡамы ни “Герой-әсә” тигән
    Миҙал балҡый бөгөн түшендә...
    Фото асыҡ сығанаҡтан.
    Читайте нас: