Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
26 Август 2020, 16:48

Сыуаш халҡы мәҙәниәте төрлө йүнәлештәрҙән өйрәнелә

Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһының 4-се съезын ҡаршылап.

“Беҙҙең миссия – һәр баланың үҙенсәлеген һаҡлау һәм һәләтен үҫтереү”, - ти Иван Яковлев исемендәге балалар һәм йәштәр ижадын үҫтереү үҙәге директоры Людмила Петрова ғорурлыҡ менән. Ысынлап та, уның менән аралашҡанда: “Бына, исмаһам, уҡытыусы... Эшен, уҡыусыларын һәм хеҙмәттәштәрен ысын күңелдән ярата”, - тип һоҡланып ҡуяһың.
Балалар һәм йәштәр ижады һарайында урынлашҡан үҙәк йәш быуынға милли мираҫты тапшырыу өсөн бик күп көс һала. Әлеге ваҡытта бында 738 бала йөрөй. Төрлө милләт балалары сыуаш халҡының мәҙәниәтен теләп өйрәнә, сөнки Иван Яковлев исемендәге балалар һәм йәштәр ижадын үҫтереү үҙәгендә белемле, һәләтле уҡытыусылар һәр йүнәлеште мауыҡтырғыс итеп ойоштора. Шуларҙың береһе - тыуған яҡты өйрәнеү. Педагогтар һәр осрашҡанда сыуаш халҡының тарихы, тыуған төбәге, ҡаҙаныштары, билдәле шәхестәре тураһында ҡыҙыҡлы сәйәхәткә алып сыға. Кабинеттар ҙа зауыҡлы биҙәлгән, күргәҙмә материалдарҙан бай мәғлүмәт тупланған. Фольклор йүнәлешендә тәрбиәләнеүселәр халыҡ бейеүҙәрен, йолаларын, йырҙарын өйрәнә, ҡурсаҡ театрында милли образдар тыуҙыра. Һуңынан Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә сығыш яһайҙар, конкурстарҙа ҡатнашып, юғары урындар яулайҙар. Биҙәү-ғәмәли сәнғәт тураһында ла онотмай уҡытыусылар. Үҙәктең эш бүлмәләренә инһәң, үҙеңде күргәҙмәлә кеүек тояһың. Бында нимә генә юҡ! Төрлө-төрлө ҡул эштәре хайран ҡалдыра: ҡурсаҡ, милли кейем, селтәр,ҡорамалар һәм һүрәттәр. Бынан тыш ойошманың балалар һәм йәштәр ижады һарайының беренсе һәм өсөнсө ҡатында урынлашҡан бик бай музейҙары бар. Әлбиттә, иң мөһим йүнәлеш - сыуаш телен өйрәнеү. Педагогтар телде үҙәктә генә өйрәтеп ҡалмай, ҡаланың бөтә мәктәп һәм балалар баҡсаларында ла уҡыта. Өҫтәлмә дәрескә һәр кем килә ала. “Уҡыусыларыбыҙ араһында өс йәшлек балалар ҙа бар”, - ти Людмила Арсентьевна. Телде өйрәнгән ваҡытта үҙ ҡулы менән яһалған күргәҙмә материалдар, уйынсыҡтар ҡулланыла.
Бынан тыш балалар һәм педагогтар төрлө конкурстарҙа ла ҡатнаша. Төрлө кимәлдә юғары урындар, Маҡтау грамоталары яулай. Ә 2019 йыл Иван Яковлев исемендәге үҙәк мәғариф министрлығы ойошторған халыҡ-ара тел
һәм төп халыҡтар йылына һәм халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған ярышта еңеп сыҡты.
Хеҙмәткәрҙәр өсөн тәҡдимдәр китабы - айырым иҫтәлек. Баҡтиһәң, унда ике мең ярымдан ашыу баһа яҙылған. Иң ҡыҙығы – һәр бер тексҡа авторының фотоһы беркетелгән. Министрҙар, ЮНЕСКО делегацияһы, яҙыусылар, артистар был китапта үҙ һоҡланыуын яҡтыртҡан.
Яҡшы баһа - тырыш эш һөҙөмтәһе. Иван Яковлев исемендәге балалар һәм йәштәр ижадын үҫтереү үҙәгендә һигеҙ кеше хеҙмәт итә. Улар араһында биш Сыуаш Республикаһы сыуаш милли мәҙәниәтенең атҡаҙанған эшмәкәре һәм өс Рәсәй мәғарифының маҡтаулы хеҙмәткәре бар. Ә иң ҙур баһа - белемле балалар һәм ҡәнәғәт атай-әсәйҙәр. Бына шундай уҡытыусылар менән ғорур Мәләүез ере.
Алмаз БУРАҠАНОВ.
Фотолар архивтан.
Читайте нас: