ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
10 Сентябрь 2020, 14:50

11 сентябрҙә бөтә Башҡортостан халҡы Милли кейемдәр көнөн билдәләй

Милли кейем милли төҫ һәм сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел. Ул теге йәки был халыҡтың тарихын, ижади ҡеүәһен, донъяға ҡарашын, мәҙәниәтен күрһәткән дәлил дә. Һәр милләттең үҙенә генә хас баш, өҫ һәм аяҡ кейеме, биҙәүестәре бар. Бынан бер нисә йыл элек кенә беҙ уларҙы сәхнәлә һәм музейҙарҙа ғына күрә инек. Һуңғы осорҙа милли кейемдәргә иғтибар артты.

Милли кейем милли төҫ һәм сифатты сағылдырған бер билдә генә түгел. Ул теге йәки был халыҡтың тарихын, ижади ҡеүәһен, донъяға ҡарашын, мәҙәниәтен күрһәткән дәлил дә. Һәр милләттең үҙенә генә хас баш, өҫ һәм аяҡ кейеме, биҙәүестәре бар. Бынан бер нисә йыл элек кенә беҙ уларҙы сәхнәлә һәм музейҙарҙа ғына күрә инек. Һуңғы осорҙа милли кейемдәргә иғтибар артты. Стилләштерелгән кейемдәрҙе, этник биҙәүестәрҙе хәҙер концертта һәм тамашаларҙа ғына түгел, ә көндәлек тормошта ла йыш осратабыҙ. Быға, һис шикһеҙ, “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт хәрәкәтенең йоғонтоһо ҙур, сөнки нәҡ улар тәүгеләрҙән булып милли кейемдәр тегә башланы. Милли кейемдәр көнөн иғлан итеү ҙә республика халҡына ысын сәнғәт өлгөһө һаналған кейемдәрен пропагандалауға, таратыуға булышлыҡ итәсәк.
Мәләүездә был иҫтәлекле ваҡиғаға арналған сараларҙың күбеһе онлайн-форматта үтә. Китапханаларҙа күргәҙмәләр эшләй. 10 сентябрҙә мәктәптәрҙә Башҡортостан халыҡтары милли костюмдарға арналған берҙәм дәрестәр ойошторолдо. Ауыл йәштәр үҙәктәрендә халыҡ кейемдәрен тегеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре планлаштырылған. “Халыҡтар дуҫлығы” флешмобы, “Тыуған крайҙың этнографияһы” презентацияһы сағыу үтте.
Милли кейем көнөнә арналған саралар бөгөн ҡала мәҙәниәт һарайы янында ойошторолған концерт менән тамамлана.
Читайте нас: