Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
18 Сентябрь 2020, 11:50

Сағыу һәм матур байрам булды

Милли костюм көнөн мәләүездәр киң билдәләне. Белем биреү учреждениеларында, китапханаларҙа Башҡортостан халыҡтары кейеменә арналған тыуған яҡты өйрәнеү сәғәттәре, әңгәмәләр үткәрелде. Балалар, педагогтар был көндө милли кейем йәки уның элементтары булған костюмдарҙа килде.

Милли костюм көнөн мәләүездәр киң билдәләне. Белем биреү учреждениеларында, китапханаларҙа Башҡортостан халыҡтары кейеменә арналған тыуған яҡты өйрәнеү сәғәттәре, әңгәмәләр үткәрелде. Балалар, педагогтар был көндө милли кейем йәки уның элементтары булған костюмдарҙа килде.
Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге 1-се китапханала “Башҡорт милли костюмында – быуаттар тарихы” тип аталған байрам уҙҙы. Уҡыу залында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейемдәре, биҙәүестәренән күргәҙмә ойошторолдо. Оҫталарҙың һәр береһе ҡул эше менән таныштырҙы. Сара барышында улар кейем тегеү, түшелдерек һәм башҡа биҙәнеү әйберҙәре яһау тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Быларҙың барыһы ла күңелле лирик йырҙар, таҡмаҡтар менән үрелеп барҙы.
Милли костюм көнөнә арналған сараларҙа айырыуса райондың ял-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнашты. Үҙәк методисы Гөлгөнә Саҡаева билдәләүенсә, “Минең милли костюмым” флешмобына Арыҫлан ауыл мәҙәниәт йорто беренселәрҙән булып ҡушылды. Башҡорт халыҡ кейемендә ҡаланың сауҙа үҙәктәренең береһендә биҙәүестәр, сувенирҙар күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторҙо. Аптраҡтар гармун уйнатып, милли костюмда урамдан үтте. Корнеевка күп функциялы клуб, Ергән, Боһорман, Юлдаш, Первомай ауыл мәҙәниәт йорттары үҙешмәкәрҙәре лә был байрамды сағыу һәм үҙенсәлекле ойошторҙо.
Иҫтәлекле дата сиктәрендә ойошторолған “Өләсәйем һандығы” флешмобы ла ойошҡанлыҡ менән үтте. Восточный ауылы һәүәҫкәрҙәре туҡыу станогында шәл бәйләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Дәүләтҡолдан Илмира Рәхманғолова ғаилә ҡомартҡылары хаҡында һөйләне. Шулай уҡ трясиндар “һандыҡ” серҙәре менән бүлеште. “Сығанаҡтарҙан” акцияһында тәбиғәт ҡомартҡылары һәм архитектура һәйкәлдәре янында милли костюмда фото һәм видеоролик урынлаштырыу кәрәк ине. Әбет ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнир Үмәрғәлин халҡыбыҙҙың мәшһүр “Уралым” йырын башҡарҙы. Арыҫландар ҡыпсаҡ, юрматы, тамъян ырыуҙары дуҫлығына ҡуйылған стелла янында фотоға төшкән.
Читайте нас: