ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
6 Октябрь 2020, 17:05

Көҙ буяуҙары

Мәҙәни-ял үҙәге клубтарында көҙгә бағышланған күргәҙмәләр үтте.Тубырсыҡтарҙан, йәшелсәләрҙән йәнлектәр, япраҡтарҙан һүрәттәр, кейенгән ҡабаҡбаштар - бына ҡайҙа ул фантазия киңлеге!

Мәҙәни-ял үҙәге клубтарында көҙгә бағышланған күргәҙмәләр үтте.
Тубырсыҡтарҙан, йәшелсәләрҙән йәнлектәр, япраҡтарҙан һүрәттәр, кейенгән ҡабаҡбаштар - бына ҡайҙа ул фантазия киңлеге!
Балаларҙың һәр эшендә - көҙ буяуҙары: ут ялҡынындай миләштәр, ҡояш йылыһын һеңдереп үҫкән ерән кишерҙәр, йәйғор төҫтәренә мансылған япраҡтар. Берәүҙәр эштәрен үҙ аллы башҡарһа, Арыҫлан, Һабаш, Яңы Казанковка ауылдарында, мәҫәлән, улар мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре менән экскурсияға сыҡҡан. Аҙаҡтан йыйылған тәбиғи материалдарҙан бергәләшеп ижад иткәндәр.
- Балалар, өйҙәренән йәшелсәләр алып килеп, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡатнашты, - ти Һамар-Ивановка ауыл клубында ең һыҙғанып эшкә тотонған йәш белгес Зинаида Максимкина.
Клуб сәхнәһендә улар Көҙһылыуҙы һынландырған. Уның итәгендә миҙгел байлыҡтары урын алған: йәшелсәләр, көҙгө сәскәләр, хатта баҡса еләге лә бар! Күргәҙмәне берҙәм көс менән эшләгәндәр. Балалар үҙҙәренең идеялары менән уртаҡлашҡан, ярҙамлашҡан. Күргәҙмәнән тыш социаль селтәрҙә “Уңыш йыйғас – ҡунаҡ йый” тип аталған фотокүргәҙмә үтте. Ауыл хужабикәләре көҙгө байлығы фотоларын #кдцмелеуз хештегы менән баҫтырҙы.
Гөлгөнә САҠАЕВА.
Һүрәттә: Һамар-Ивановка күргәҙмһен балалар әҙерләште.
Фото архивтан.
Читайте нас: