Конгэк
-26 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
23 Октябрь 2020, 13:35
Корней Чуковскийҙың әкиәттәре изгелеккә өйрәтә
Балаларҙың яратҡан яҙыусыһы Корней Чуковский бик күп матур әҫәрҙәр ҡалдырған. Улар араһында иң билдәлеһе – “Муха-цокотуха”. Тап ошо әкиәт буйынса ял-мәҙәни үҙәге филиалдарында театрлаштырылған тамашалар үтте.
Балаларҙың яратҡан яҙыусыһы Корней Чуковский бик күп матур әҫәрҙәр ҡалдырған. Улар араһында иң билдәлеһе – “Муха-цокотуха”. Тап ошо әкиәт буйынса ял-мәҙәни үҙәге филиалдарында театрлаштырылған тамашалар үтте.
Ял-мәҙәни үҙәге методисы Гөлгөнә Саҡаева билдәләүенсә, һәр клуб һәм мәҙәниәт йорто был әкиәтте үҙенсә яҡтыртты. Мәҫәлән, Ужа ауыл клубы бармаҡ ҡурсаҡтары театры күрһәтте. Аппликацияларҙы балалар үҙҙәре әҙерләгән. Варварино клубы сағыу костюмдары менән иҫтә ҡалһа, Шевченко үҙешмәкәрҙәре декорациялары буйынса айырылды. Трясинола ролдәрҙе өлкәндәр башҡарҙы. Клуб хеҙмәткәрҙәре тамаша сағыу, иҫтә ҡалырлыҡ булһын өсөн барыһын да эшләгән. Ҡыҙрайҙа балалар әүҙем ҡатнашты, артистар күп булды. Ҡотоштар иһә әкиәттең видеоверсияһын әҙерләгән, тамашасы уны онлайн ҡарай ала.
Әкиәт изгелеккә, миһырбанлыҡҡа, ҡыйыулыҡҡа өйрәтә. Тамаша аҙағынан ойошторолған сәй артында балалар һәм үҫмерҙәр менән ошо темаға әңгәмә үткәрелде.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит