ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
15 Декабрь 2020, 15:00

Гөлсимә Иҫәнғолова “Селтәрле шәл” номинацияһында Гран-при яуланы

“Башҡорт шәле” конкурсы йыл һайын республиканың төрлө мөйөшөнән иң оҫта шәл бәйләүселәрҙе йыя. Быйылғыһы, ун өсөнсө тапҡыр үткәрелгәне, быға тиклемгеләренән айырылды - ул онлайн-форматта ойошторолдо һәм Башҡортостандың 11 районынан, 4 ҡалаһынан 82 авторҙы берләштерҙе.

Мәләүездәр быйыл да унан ситтә ҡалманы. 2017 йылда иң яҡшы дебет шәле өсөн Гран-при яулаған Гөлсимә Иҫәнғолова быйыл “Селтәрле шәл” номинацияһында еңеүсе булды. Конкурста өс номинацияла тағы 9 оҫта ҡатнашты: Боһорман ауыл клубынан Хәлиҙә Аҡсулпанова һәм Гөлшат Саҙрыева, Иштуған мәҙәниәт йортонан Людмила Баязитова, Восточныйҙан Софья Овчинникова, Юлия Васильева, Алһыу Сабитова, Регина Мәхмүтова, Назгөл Игбаева үҙенең һәләтен күрһәтте. Мәләүез районы беренсе тапҡыр “Туҡылған башҡорт шәле” номинацияһында сығыш яһаны. Мәғлүм булыуынса, был эш “Өйрәнәм! Ижад итәм!” проектын бойомға ашырыу сиктәрендә алып барыла. Боронғо кәсепкә йәш быуынды Мәстүрә Ҡунаҡбаева өйрәтә. Конкурсты ойоштороусылар мәләүездәрҙең был тәжрибәһен бөтә республикаға таратырға теләк белдерҙе. Беҙҙең конкурсанттарҙың барыһы ла оҫталығы һәм шәл бәйләү традицияларын үҫтергәне өсөн диплом менән бүләкләнде.
Читайте нас: