Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
18 Декабрь 2020, 19:40

Мәләүез данын күтәреп

Ижад күгендә яҡты йондоҙ ҡабынды. Самир Латипов Мәләүез намыҫын лайыҡлы яҡланы.

Кескәй генә саҡтан ижади һәләтле Самир моңло итеп йырлай ҙа, өҙҙөрөп бейей ҙә, ҡурайҙа ла йөрәктәргә үтеп инерлек итеп уйнай. Йәше бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, уҡыуҙан буш ваҡытының һәр минутын файҙалы үткәрергә күнеккән. Милли рухлы ысын башҡорт балаһы булараҡ “Урал батыр” эпосын да яттан белә.
“Гүзәл” 15-се балалар баҡсаһында уҡ бала үҙ талантын күрһәтә. Нәҡ унда туған телгә, халыҡ ижадына, сәнғәткә һөйөү, ынтылыш тәрбиәләйҙәр һәм Самир районда ғына түгел, республика, Рәсәй конкурстарында уңышлы сығыш яһай. Әлбиттә, уның ҡаҙаныштарында хәстәрлекле атаһы Тимерғәли Фәйзулла улы һәм айырыуса көслө ихтыярлы, башҡорт рухлы әсәһе Ләйсән Мәргән ҡыҙының роле баһалап бөткөһөҙ.
Быйыл февралдә “Сулпылар” йыр-моң конкурсы башланды. Һайлап алыу туры онлайн тәртиптә үтте. Барлығы 240-тан ашыу бала араһында беҙҙең 9-сы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Самир Латипов та ҡатнашты.
Мартта инде Башҡортостан юлдаш телевидениеһында конкурстың I турында "Салауат батыр" башҡорт халыҡ йыры менән сығыш яһап, жюри ағзаларын таң ҡалдырҙы. БАССР-ҙың халыҡ, Рәсәйҙең, Татарстандың атҡаҙанған артисы Нәзифә Ҡадирова: "Бәләкәс кенә булhа ла, башҡорт рухлы ир-егет, тауышы ла үҙенә генә хас, ысын батыр”, – тип маҡтаны.
Артабан 60 ҡатнашыусының 23-ө генә үтте. Беҙҙең яҡташыбыҙ ҙа дәртләнеп киләһе һынауға әҙерләнде. Уның өсөн Лиана Бикбаева Гөлдәр Ҡыуатова hүҙҙәренә махсус көй яҙҙы. "Күрше ҡыҙы" йырына бейегән Риана Богданованы хореография буйынса Мәликә Кулиева, Эмиль Мәүлетҡолов әҙерләне.
Самирҙың финалға сығыуы үҙе ҙур шатлыҡ ине. "Шыршы ҡупшы кейенгән" йырын вокал буйынса уҡытыусылары Резеда Хренова һәм Ләйсән Хисмәтуллинаның һөнәри оҫталығы ҡыҫҡа ваҡытта әҙерләү мөмкинлеге бирҙе. Риана Богданова, Арина Билалова өсөн бейеүҙе Зөмәрә Шәйәхмәтова ҡуйҙы. Бейеүсе ҡыҙҙарҙың ата-әсәләре лә ҙур ярҙам күрһәтте. “Улымдың ҡаҙаныштарына һөйөнәм, уның менән ғорурланам. Самирҙы конкурсҡа әҙерләүҙә ҡатнашҡандарға сикһеҙ рәхмәтлемен”, - ти уның әсәһе Ләйсән Мәргән ҡыҙы.
Ете йәшлек кенә яҡташыбыҙ, Мәләүез районы данын лайыҡлы яҡлап, финалға сыҡҡан 13 ҡатнашыусы араһында призлы өсөнсө урынға лайыҡ булды. Мәртәбәле жюри, уға ҙур киләсәк юрап, сығышын юғары баһаланы. Афарин, Самир! Алда һине яңы үрҙәр, ҙур сәхнәләр көтә, тик уңыштар юлдаш булһын!
Читайте нас: