Конгэк
+16 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
4 Ғинуар 2021, 01:23
Яңыртылған театр эш башланы
Театр директоры Иршат Фәйзуллин матбуғатҡа хәбәр итеүенсә, ғинуарҙан спектаклдәр Ҙур сәхнәлә күрһәтелә башлай.Фото интернеттағы асыҡ сығанаҡтан.
Төҙөкләндерелгәндән һуң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры асылыуын театр һөйөүселәр йылдан ашыу көттө. Бер быуатлыҡ юбилейы алдынан ябылып, Башдрам тарихи датаны Башҡорт опера һәм балет театрында билдәләне. 2020 йылда театрға башлыса бәләкәй формалағы спектаклдәр күрһәтергә, шулай уҡ тамашасыларҙы интернетта ҡыуандырырға тура килде. Театр директоры Иршат Фәйзуллин матбуғатҡа хәбәр итеүенсә, ғинуарҙан спектаклдәр Ҙур сәхнәлә күрһәтелә башлай. Үҙ сәхнәһен һағынған театр һөйөүселәр ошо иҫтәлекле көндө Дамир Йосоповтың сценарийы буйынса режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев һәм рәссам Альберт Нестеров ҡуйған «Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы» театрлаштырылған тамашаһы менән билдәләне. Ниһайәт, награда үҙенең геройын тапты: театрҙың баш режиссеры Айрат Әбүшахмановҡа «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тапшырылды. 29 декабрҙә Бәләкәй сәхнәлә театр оркестрының «Күңел моңдары» концерты үтте. Идея авторы – оркестр етәксеһе Урал Иҙелбаев. Режиссеры – Фирғәт Ғарипов, сценарий авторы – Динара Ҡәйүмова. Концертты Алмас Әмиров алып барҙы.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?