ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
5 Ғинуар 2021, 16:35

Сәнғәт күгендә - яҡты йондоҙ

Ете йәшлек кенә яҡташыбыҙ Самир Латипов “Сулпылар” йыр-моң конкурсында финалда призлы өсөнсө урынға лайыҡ булды. Афарин, Самир! Алда һине яңы үрҙәр, ҙур сәхнәләр көтә, тик уңыштар юлдаш булһын!

Кескәй генә саҡтан ижади һәләтле Самир моңло итеп йырлай ҙа, өҙҙөрөп бейей ҙә, ҡурайҙа ла йөрәктәргә үтеп инерлек итеп уйнай. Милли рухлы ысын башҡорт балаһы булараҡ “Урал батыр” эпосын да яттан белә.
“Гүзәл” 15-се балалар баҡсаһында уҡ бала үҙ талантын күрһәтә. Нәҡ унда туған телгә, халыҡ ижадына, сәнғәткә һөйөү, ынтылыш тәрбиәләйҙәр һәм Самир районда ғына түгел, республика, Рәсәй конкурстарында уңышлы сығыш яһай. Әлбиттә, уның ҡаҙаныштарында хәстәрлекле атаһы Тимерғәли Фәйзулла улы һәм айырыуса көслө ихтыярлы, башҡорт рухлы әсәһе Ләйсән Мәргән ҡыҙының роле баһалап бөткөһөҙ.
Үткән йыл “Сулпылар” йыр-моң конкурсында 240-тан ашыу бала араһында беҙҙең 9-сы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Самир Латипов һайлау турын үтте. Мартта инде Башҡортостан юлдаш телевидениеһында конкурстың I турында "Салауат батыр" башҡорт халыҡ йыры менән сығыш яһап, жюри ағзаларын таң ҡалдырҙы. Самирҙың финалға сығыуы үҙе ҙур шатлыҡ ине. Ете йәшлек кенә яҡташыбыҙ, Мәләүез районы данын лайыҡлы яҡлап, финалға сыҡҡан 13 ҡатнашыусы араһында "Шыршы ҡупшы кейенгән" йыры менән призлы өсөнсө урынға лайыҡ булды. Афарин, Самир! Алда һине яңы үрҙәр, ҙур сәхнәләр көтә, тик уңыштар юлдаш булһын!
Читайте нас: