ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
14 Ғинуар 2021, 19:32

Театр яҙмышы - халыҡ ҡулында

Быйылғы эпидемия театр эшмәкәрлегендә ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы – тамашасы менән күҙгә-күҙ осрашыуға кәртә ҡуйҙы. Әммә ижадты сикләп буламы ни, дуҫтарыбыҙ менән зәңгәр экрандар аша аралаштыҡ. Мәҙәниәт һарайының түңәрәк ағзалары үҙ эшен онлайн тәртиптә дауам итте, шулай уҡ төрлө конкурстарҙа көс һынап ҡараны. Яңыраҡ район халҡын Яңы йыл менән ҡотлап сығыш яһаныҡ.Киләһе йылға ла пландар ҙур. Режиссерыбыҙ Гөлзилә Вәлиева етәкселегендә спектаклдәр әҙерләйбеҙ, һүҙҙәре күптән таратылған, уның контролендә үҙ аллы ролдәрҙе үҙләштерәбеҙ. Яңы йылды Сәлмән Яҡуповтың "Уяна алһам әгәр" трагикомедияһынан башлап ебәрмәксебеҙ, ә һуңғараҡ "Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр" һәм "Әсә хөкөмө" пьесаларын сәхнәләштермәксебеҙ.Хәлиҙә Шәйәхмәтова.


Быйылғы эпидемия театр эшмәкәрлегендә ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы – тамашасы менән күҙгә-күҙ осрашыуға кәртә ҡуйҙы. Әммә ижадты сикләп буламы ни, дуҫтарыбыҙ менән зәңгәр экрандар аша аралаштыҡ. Мәҙәниәт һарайының түңәрәк ағзалары үҙ эшен онлайн тәртиптә дауам итте, шулай уҡ төрлө конкурстарҙа көс һынап ҡараны. Яңыраҡ район халҡын Яңы йыл менән ҡотлап сығыш яһаныҡ.
Киләһе йылға ла пландар ҙур. Режиссерыбыҙ Гөлзилә Вәлиева етәкселегендә спектаклдәр әҙерләйбеҙ, һүҙҙәре күптән таратылған, уның контролендә үҙ аллы ролдәрҙе үҙләштерәбеҙ. Яңы йылды Сәлмән Яҡуповтың "Уяна алһам әгәр" трагикомедияһынан башлап ебәрмәксебеҙ, ә һуңғараҡ "Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр" һәм "Әсә хөкөмө" пьесаларын сәхнәләштермәксебеҙ.
Хәлиҙә Шәйәхмәтова.
Читайте нас: