Конгэк
-20 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
25 Ғинуар 2021, 19:05
КИЛ...
Һиҙҙермәйсә генә, һаҡ ҡына кил,Биҙҙермәйсә талған өмөттө.Аңларһың һин, күҙҙәремдән барынҺәм әйтермен шул саҡ:- Мин көттөм...
Төштәр булып түгел, өн булып кил,
Өн булып кил таңдар атҡанда.
Мин алйыным инде төштәремдән,
Өн булып кил ҡаҙҙар ҡайтҡанда,
Өмөт булып хистәр ташҡанда,
Көнгә сәскә тажын асҡанда.
Ҡурҡма хәҙер, көҙгө ҡырау булмай,
Тик... ҡанатым һыҙлай осҡанда.
Кил,
барыбер үс итеп кил, йәме,
Беҙҙе аралаған яҙмышҡа.
Мин көтөрмөн һине Мәжнүн кеүек
Өмөтөмдө ялғап һағышҡа.
Кил,
көҙҙәр булып һарғайып кил,
Яҙҙар, йәйҙәр булып йылмайып,
Һине көтәм, бары һине генә
Башҡаларҙы инде ҡыймайым.
Һиҙҙермәйсә генә, һаҡ ҡына кил,
Биҙҙермәйсә талған өмөттө.
Аңларһың һин, күҙҙәремдән барын
Һәм әйтермен шул саҡ:
- Мин көттөм...
Ғилман Ишкинин.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит