Конгэк
-3 °С
Ҡар
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
1 Февраль 2021, 18:35
Үҙгәртеп була донъяны...
Был донъяла һәр бер нәмәнеБераҙ үҙгәртеп була,Өҙөлгәнде бәйләп була,Ватһаң - төҙәтеп була...
Был донъяла һәр бер нәмәне
Бераҙ үҙгәртеп була,
Өҙөлгәнде бәйләп була,
Ватһаң - төҙәтеп була...
Юғалғанды табып була...
Йә һатып алып була...
Йәшлектә ҡалған дуҫыңды,
Тырышһаң, танып була.
Бик ауыр саҡ булғанда ла
Күҙ йәшен тыйып була.
Аунағанды, йығылғанды
Баҫтырып ҡуйып була.
Баҫтырыусылар булмаһа-
Тырышһаң, тороп була.
Шулай-былай итәм тиеп,
Пландар ҙа ҡороп була.
Кисен ҡорған пландарҙы
Иртән үҙгәртеп була.
Ергә баҫып, йыһандарҙы,
Хатта, күҙәтеп була!
Тик...Аллаһ биргән ғүмерҙе
Арттырып алып булмай.
Ҡартлыҡҡа илткән арбанан
Һикереп, ҡалып булмай.
(Авторы билдәһеҙ)
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит