ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
2 Февраль 2021, 17:10

Был көн тарихта

Һаумыһығыҙ! ????????????Бөгөн 2 февраль (шаҡай), шишәмбе, 2021 йылдың 33-сө көнө. Йыл аҙағына тиклем 332 көн ҡала. Йомадиәл ахыр (جمادى الآخر) айының 20-се көнө. Ҡояш 9 сәғәт 02 минутта ҡалҡа, 17 сәғәт 57 минутта байый. Көн оҙонлоғо – 08 сәғәт 54 минут. Был көн тарихта.✅Чжу Ди император булғанда Ябыҡ ҡаланы төҙөү тантаналы рәүештә тамамлана (1421)✅Испан конкистадоры Педро де Мендоса Буэнос-Айрес ҡалаһына нигеҙ һала (1536)✅Халыҡ Комиссарҙары Советы «Сиркәүҙе дәүләттән һәм мәктәпте сиркәүҙән айырыу» тураһында декрет ҡабул итә (1918)✅Мәскәүҙә беренсе рабфак асыла (1919)✅Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы ойошторола (1924)✅Өфөлә Берләшкән ҡурсаҡ театры (хәҙер Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры) асыла (1932)✅Башҡортостанда Театр эшмәкәрҙәре союзы ойошторола (1938)✅СССР Композиторҙар союзының Башҡортостан бүлексәһе ойошторола (1940)✅Совет ғәскәрҙәре Сталинград янында немец-фашист ғәскәрҙәрен ҡыйрата (1943) ????????????✅Лихтенштейнда ҡатын-ҡыҙҙар тәүге тапҡыр һайлауҙарҙа ҡатнаша (1986)✅Саксония Ирекле Дәүләтендә (Германия) Башҡортостан Республикаһының көндәре асыла (1999)✅«Башҡортостан юлдаш телекоммуникациялары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте булдырыла (2001) ????Тыуған көндәр. Шағир Муса Йәлил (тулы исеме Муса Мостафа улы Йәлилов; 1906 – 25.08.1944), сәхнә биҙәүсе рәссам, педагог Мөхәмәт Арыҫланов (1910—20.10.2001), журналист, яҙыусы Фәнис Янышев (1950), ғалим-тарихсы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Хәләф Ишморатов (1960), опера йырсыһы Әлфиә Хәмбәлиева (1960—3.07.2013) һ.б. Байрамдар.

Һаумыһығыҙ! ????????????Бөгөн 2 февраль (шаҡай), шишәмбе, 2021 йылдың 33-сө көнө. Йыл аҙағына тиклем 332 көн ҡала. Йомадиәл ахыр (جمادى الآخر) айының 20-се көнө. Ҡояш 9 сәғәт 02 минутта ҡалҡа, 17 сәғәт 57 минутта байый. Көн оҙонлоғо – 08 сәғәт 54 минут.
Был көн тарихта.
✅Чжу Ди император булғанда Ябыҡ ҡаланы төҙөү тантаналы рәүештә тамамлана (1421)
✅Испан конкистадоры Педро де Мендоса Буэнос-Айрес ҡалаһына нигеҙ һала (1536)
✅Халыҡ Комиссарҙары Советы «Сиркәүҙе дәүләттән һәм мәктәпте сиркәүҙән айырыу» тураһында декрет ҡабул итә (1918)
✅Мәскәүҙә беренсе рабфак асыла (1919)
✅Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы ойошторола (1924)
✅Өфөлә Берләшкән ҡурсаҡ театры (хәҙер Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры) асыла (1932)
✅Башҡортостанда Театр эшмәкәрҙәре союзы ойошторола (1938)
✅СССР Композиторҙар союзының Башҡортостан бүлексәһе ойошторола (1940)
✅Совет ғәскәрҙәре Сталинград янында немец-фашист ғәскәрҙәрен ҡыйрата (1943) ????????????
✅Лихтенштейнда ҡатын-ҡыҙҙар тәүге тапҡыр һайлауҙарҙа ҡатнаша (1986)
✅Саксония Ирекле Дәүләтендә (Германия) Башҡортостан Республикаһының көндәре асыла (1999)
✅«Башҡортостан юлдаш телекоммуникациялары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте булдырыла (2001)
????Тыуған көндәр. Шағир Муса Йәлил (тулы исеме Муса Мостафа улы Йәлилов; 1906 – 25.08.1944), сәхнә биҙәүсе рәссам, педагог Мөхәмәт Арыҫланов (1910—20.10.2001), журналист, яҙыусы Фәнис Янышев (1950), ғалим-тарихсы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Хәләф Ишморатов (1960), опера йырсыһы Әлфиә Хәмбәлиева (1960—3.07.2013) һ.б.
Байрамдар.
????????????Хәрби дан көнө - Сталинград янында еңеү хөрмәтенә
????Халыҡ-ара һыу-һаҙлыҡтар көнө ????????????
????Ревматоид артриты сире тураһындағы мәғлүмәтте таратыу көнө????????
????Байбаҡ (һыуыр) көнө (День сурка)
???? Санаға егелеп йөрөтөүсе эттәр көнө
????Ы хәрефе көнө. Ыста, ысынмы? Башҡорт телендә ы хәрефенә аптырарға түгел, шулай бит, ынйыҡайҙар һәм ыласындар? ????
????Компьютерсы һәм программистар көнө
????Никотинһыҙ көн ❌
????Бесәй менән йәшенмәк уйнау көнө
Ҡыҫҡа айыбыҙҙың оҙооон кистәре тыныс, таңдары яҡты, көндәре хәйерле бәрәкәтле булһын!????????????
Читайте нас: