Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
16 Февраль 2021, 22:15

Тамара Ғәниеваның шиғриәтен һөйөүселәргә

МОҢМоң ағыла...Сихырҙан да,Арбауҙан да тәрән был ғәмәл.Күңел иңрәүҙәре һыҙланыулы,Тик күкрәккә һыйыр сер-пәрәң.Моң ағыла...Асман ауаздары,Ваҡыт ағымдары - фәлсәфә.Йәшәү менән үлем, ғүмер ҡәҙере -Аң менән зар йәнәш етмәһә.Моң ағыла...Төшөп бауырҙарға,Атылырлыҡ итеп йәшеңде.Бер үрҙәргә тарта, бер ерҙәргә,Оноттормай халәт, бәҫеңде.Моң ағыла...Тәржемәһеҙ ғәмәл.Бер әмәлләй, берсә көйҙөрә.Тетрәндерә ҡайсаҡ, дәртләндерә -Асылынан ғажиз беҙ генә.Моң ағыла...Дилбегәләй оҙон,Баҡый-фанилыҡҡа ишара.Тик халҡыма мәғлүм мәғлүмәт ул:Тәҡдирҙәрҙән уҙмыш юҡ сара.

МОҢ
Моң ағыла...
Сихырҙан да,
Арбауҙан да тәрән был ғәмәл.
Күңел иңрәүҙәре һыҙланыулы,
Тик күкрәккә һыйыр сер-пәрәң.
Моң ағыла...
Асман ауаздары,
Ваҡыт ағымдары - фәлсәфә.
Йәшәү менән үлем, ғүмер ҡәҙере -
Аң менән зар йәнәш етмәһә.
Моң ағыла...
Төшөп бауырҙарға,
Атылырлыҡ итеп йәшеңде.
Бер үрҙәргә тарта, бер ерҙәргә,
Оноттормай халәт, бәҫеңде.
Моң ағыла...
Тәржемәһеҙ ғәмәл.
Бер әмәлләй, берсә көйҙөрә.
Тетрәндерә ҡайсаҡ, дәртләндерә -
Асылынан ғажиз беҙ генә.
Моң ағыла...
Дилбегәләй оҙон,
Баҡый-фанилыҡҡа ишара.
Тик халҡыма мәғлүм мәғлүмәт ул:
Тәҡдирҙәрҙән уҙмыш юҡ сара.
ТӨН
Төндәр оҙон...
Булһын.
Һәйбәт әле.
Кеше-фәлән күрмәҫ элгәре
Юшҡындарын йышып күңелеңдең,
Бушатаһың хәсрәт элмәген.
Иркенәйһен һулыш.
Төн генәме,
Уйҙар ҙа бит оҙон - дилбегә.
Үткәндәргә әйҙәй, киләсәккә,
Юлдар эҙләй абына-һөрлөгә.
Төнгә ҡараҡ ҡына хужа түгел,
Зирәктәр ҙә һағына аулаҡты.
Юҡҡамы ни уйсан инсандарҙың
Иҫтәлеге нурлы, яп-яҡты.
Төндә аулаҡ.
Илаһаң да була,
Уйлаһаң да яҙмаҫ хыялды.
Ә көндөҙөн...
Теләйһеңме-юҡмы,
Һөйрә ана көткән донъяңды.
Берәр төндә, кеше күрмәгәндә,
Барып әйлән ине асманға.
Хәйер, уй һуң?!
Нурҙан етеҙ бит ул.
Нисә быуат уйсан пәйғәмбәрҙәр
Хаҡиҡәткә ишек асҡанға.
ЗАМАНА
Ҡыш һарҡыла.
Февраль бурандары
Урамдарҙа тулай ҡым-ҡырыз.
Телевизор бер үк хәбәр тылҡый:
Украиндар йүнһеҙ. Америка
Янай беҙгә.
Хәтәр ҡурҡыныс.
Менеп килә өҫкә вирусы ла...
Паникала бәғзе берәүҙәр -
Һөрәнләйҙәр урам буйлап йөрөп,
Оҡшамаған ерен властарҙың
Үҙгәртергә, имеш, теләйҙәр.
Полиция хәҙер ҡыҙыу холоҡло,
Ирмен тигән ирҙәр тик-томал
Ябыла ла ҡуя....
(Үәт, замана).
Тентеү бара. Ғаилә именлеген
Ҡаҡшатыумы быныһы юрамал?
...Ә урамда февраль.
Ап-аҡ буран.
Аҡман - тоҡман.
Булһын.
Үтә ул.
...Күңелдәргә һарыған рәнйеш кенә
Боҙлана ла - иремәй.
Уйсандарҙың
Баштарына етеп ҡуя шул...
Читайте нас: