ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
19 Февраль 2021, 19:10

Һөйөү көсө

Егет ҡалтыранған хәлһеҙ ҡулдары менән менән муйынындағы сынйырҙы ҡапшап тапты ла, күккә ҡарап: «Эй, Хоҙайым, үлтермә мине. Ишетәһеңме? Үлтермә. Үл-тер-мә-ә!..» - тип ҡысҡырып ебәрҙе...

- Апай, әйҙә сыҡ инде. Үтенеп һорайым. Нишләп шулай ялындырған булаһың ул?
Йылы мейескә арҡа терәп китап уҡыған Айгөлдөң түҙемлеге ҡалманы:
- Юҡ, тигәс, юҡ! Етте. Бөттө. Ялынма!
Тик үҙ һүҙле Әлиәнең генә тынысланырға уйы юҡ ине:
- Ауылға шундай шәп егет килгән, ә һин бынауында китап ҡосаҡлап ултырған булаһың, имеш. Әй, ярай, ултыр ҙа. Бына күреп торорһоң: уны бөгөн үк ҡармаҡҡа эләктерәсәктәр. Ундай шәп егетте һинең төшөңдә лә күргәнең юҡ! Белгең килһә...
- Их, иҫәркәй. Шәп егеттәрҙе генә күргәне бар инде апайыңдың. Етте. Тыныслан. Сыҡмайым тигәс сыҡмайым.
Апаһының был һүҙҙәренән Әлиәнең күҙҙәре тағы ла ҙурая төштө:
- Юҡ шул! Ундайҙы күргәнең юҡ һинең!
Айгөл һеңлеһен йәлләп ҡуйҙы. Бисараҡай, инде ҡасандан бирле апаһын урамға, шул егет янына алып сыға алмай ыҙалана.
Уныһы ултырған еренән ырғып тороп тағы апаһы алдына килеп баҫты:
- Белгең килһә...Ул һине әле ҡапҡа төбөндә көтә. Өшөп бөткәндер инде. Апайыңды алып сыҡһаң, тәмлекәс бирәм, тигәйне. Булманы инде.
Бытылдыҡ ҡыҙ ашыға-ашыға хәбәрен һатты ла, ялп итеп апаһына ҡараны. Артығын ысҡындырҙы бит!
Айгөл, асыуланып, һеңлеһен тыйҙы:
- Үәт хыялый! Һинеңсә, апайың бер шоколад хаҡы ғына тора инде, ә?
- Әй, теге ағай йәл. Һине алып сығам тип ышандырғайным мин уны. -
Әлиә, башын баҫып, ғәйепле кеше ҡиәфәтендә бүлмәнән сығып китте.
Айгөл йәнә китабына йәбеште. Тик китап уҡыу ҡайғыһы киткәйне инде, уйҙары теге һеңлеһе һөйләгән егеткә барып бәйләнде. Ҡыҙ уны үҙенсә күҙ алдына килтерергә тырышты. Апайыңды алып сыҡ, тип торғас,тимәк ул миңә битараф түгел, тигән татлы уйҙар ҡосағына сумып, ҡыҙ йоҡоға талды.
Иртәнсәк ул кемдеңдер тәҙрә сиртеүенә һиҫкәнеп уянды. Йүгереп тышҡа сыҡты. Тупһала ҡулына төргәк тотҡан таныш түгел егет баҫып тора ине.
- Һаумы, сибәркәй!
Егет ҡыйыу ғына күренә. Улай ғына ла түгел, үҙ-үҙенә артыҡ ышаныусан да, буғай үҙе.
- Һау ғына әле. Ни йомош? - Айгөл үҙ-үҙен ҡосаҡлап, ишек яңағына һөйәлде.
- Салбарым йыртылды. Ҡалаға барып ҡайтырға ине...- Егет, ғәйебе булған кешеләй, ҡарашын ситкә алды. - Тегеп бирмәҫһеңме шуны?
Уның был һүҙҙәренә яуап итеп ҡыҙ шарҡылдап көлдө лә, ҡапыл етди төҫ алды:
- Алмаш салбарың да юҡмы ни, егет кеше?
Уның шаяртып әйткән һүҙҙәре егеттең йөрәгенә уҡ булып ҡаҙалды. Ысынлап та, алмаш салбары юҡ ине Хәлилдең. Быныһын да, һыранан бушаған шешәләрҙе тапшырып, шул аҡсаға һатып алғайны. Ҡайҙан алмаш салбары булһын инде? Хәйерселектең сигендә йәшәп ятҡан көндәре ине уның...
Әсәһен ул бөтөнләй иҫләмәй тиһәң дә була, ә атаһы мәңге иҫерек. Үҙенә терәк булған апаһы ла, ауыр сирҙән мандый алмай, йәшләй генә үлеп китте.
Йәшләй генә, балаларын етем ҡалдырып, был донъянан китеп барған әсәһен йәлләй Хәлил, ә атаһына асыуы килә. Ул эсмәһә, бәлки, тормошобоҙ башҡасараҡ булыр ине, тип уйлай егет. Асыуы ҡайнап торһа ла, яҡын кешеһенең күңелен китеүҙән ҡурҡып, бер һүҙ ҙә өндәшмәй. Ниндәй генә булһа ла, атай атай инде. Оҙаҡ ҡына эсеп йөрөп алғандан һуң бер нисә көн айныҡ торһа, Хәлилгә шул саҡта үтә лә ҡәҙерле булып китә ул. Рәхәт тормоштан эсмәй бит, уға ла ауыр, тип ғәзиз кешеһен аҡларға тырышҡан була.
Бына мәктәпте бөтһә, ул үҙе эшкә урынлашасаҡ. Көн тимәй, төн тимәй эшләйәсәк. Тырышасаҡ ул. Эшләп тапҡан аҡсаһына көн дә икмәк һатып аласаҡ. Әле уның тамағы әпәйгә лә туймаған сағы бит.
Аҡса йыйып, уҡырға инәсәк. Үҙе теләгән һөнәр аласаҡ. Атаһын эскелектән дауалаясаҡ. Әрмегә лә барып ҡайтасаҡ әле ул. Етем тип, хеҙмәткә алмаҫҡа тырышҡан булалар. Тик ул барыбер хеҙмәт итәсәк!
Унан иң һылыу ҡыҙға өйләнәсәк һәм балаларын бер ҡасан да үҙенеке кеүек тормошта йәшәтмәйәсәк.
Ошо матур хыялдар егеттең күңелен йылыта, өмөт уята. Шулар менән йыуанып йәшәй бирә.
Яҡты киләсәге яҡында ғына: ҡул һуҙымы, аяҡ атламы ара ғына булып тойола. “Их, тиҙерәк барып етһәң ине шул хыялдарға! Етәсәк ул! Мотлаҡ етәсәк һәм бәхетле буласаҡ!”
Был ауылда Хәлилдәрҙең иҫке генә йорто бар. Әсәһе иҫән саҡта шунда йәшәгәндәр ҙә, һуңынан атаһы, уларҙы алып икенсе ауылға күскән. Форсат сыҡҡылағанда, юл төшкәндә, Хәлил шул йортҡа килеп әйләнә. Етемһерәп ултырмаһын тип, йәйен ҡый үләндәрен саба, ҡышын ҡарын көрәп китә.
Берҙән-бер тимер карауат менән өс аяҡта бәүелеп ултырған иҫке өҫтәлдән башҡа әйбер юҡ был өйҙә, тик ул егет өсөн үтә лә ҡәҙерле. Сөнки тап ошонда әсәй йылыһы һаҡлана.Үҙе күптән был донъянан китһә лә, йәне тере ҡалып, ошо кескәй йорт эсендә йәшәп яталыр, улын һағынып көтөп торалыр кеүек. Балсығы тупырлап ҡойолоп торған стеналарынан әсәй еҫе сыҡҡандай була. Бына шулай йәшәй Хәлил. Ә Айгөлгә еңелерәк. Ул бәхетле ғаиләлә иркә генә бала булып йәшәп ята. Егеттең хәсрәте, уның кисерештәре уға таныш түгел. Был ауылға ул өләсәһенә ҡунаҡҡа килә.
Ишек яңағына һөйәлеп, бераҙ ҡупырайыбыраҡ баҫып торһа ла, үҙенең тулҡынланыуын һиҙә ине ҡыҙ. Шулай ҙа бар көсөн йыйып:
- Ярай, килтер шул салбарыңды, тегеп бирәм, - тип Хәлилдең ҡулынан төргәкте тартып алды.
Ҡаушауҙан ҡалтыранған ҡулдары менән теген машинаһын әйләндергәндә, ул ҡаршыһында ултырған егеткә ара-тирә күҙ ташланы.
Тәү ҡарашҡа ҡыйыу һәм үҙ-үҙенә артыҡ ышаныусан булып күренгән Хәлил тора-бара үҙгәргәндәй булды. Уның уйсанланып китеп, өндәшмәйерәк ултырыуы нығыраҡ оҡшай ине Айгөлгә.
Шулай башланды уларҙың мөхәббәет. Йырҙарҙа йырланып, әкиәттәрҙә һөйләнеп, китаптарҙа яҙылған мөхәббәт ише генә түгел ине ул. Бар булмыштарын көйҙөрөп барған ҡайнар ҙа, яҙғы ташҡын ише көслө лә, шул уҡ ваҡытта ҡурҡыныс та ине был һөйөү. Сөнки етеш, бай тормошта үҫкән ҡыҙҙың алмаш салбары ла булмаған егеткә тиң түгеллеген бар ауыл һөйләне. Ҡыҙҙың өләсәһе лә ҡаты ғына итеп: «Беҙҙең затлы нәҫелдең ҡанын эскесе ҡаны менән бутайһы булма!»- тип екерҙе.
Һөйгәне менән етәкләшеп ауыл урамдарын буйлағанда, төнгө күккә бағып, йондоҙҙар һанағанда, ошо һүҙҙәр иҫенә төшөп, Айгөлдөң бар хыялдары селпәрәмә килер булды.
«Ни эшләп был донъя шулай ҡатмарлы ул, - тип уйлай ҡыҙ, - ни эшләп кешеләр бай һәм ярлыларға, затлы һәм затһыҙҙарға бүленә икән?»
Ата-әсәһе, өләсәһе, хатта бар донъя уға ҡаршы торһа ла, уларҙың һүҙҙәре менән килешмәне Айгөл. Бар булмышын биләп алып, үҙен бәхеттең етенсе ҡатында йөҙҙөргән һөйөүен донъяның бер ҡиммәтенә лә алыштырғыһы килмәне.
Хәлилдең әрмегә китергә йөрөгән сағы ине. «Атаһына ҡарап улын ҡос!» -Атаһының ошо һүҙҙәре уятты ҡыҙҙы. Урынынан торғоһо килмәй, оҙаҡ ҡына түшәмгә текләп ятты. Хәлил хаҡында һүҙ барғанын аңлап өлгөргәйне ул. Егет менән танышҡанынан бирле уның һәр көнө ошондайыраҡ һүҙҙәр менән башланып, шулар менән тамамлана ине.
Хәлилде әрмегә оҙатыу кисәһенә барманы Айгөл. Дөрөҫөрәге, уны ебәрмәнеләр.
Һалдат әрменән һөйгәненә көн аша хаттар яҙҙы. Тик улары ғына, өйҙәгеләр ҡулына эләгеп, ҡыҙға килеп етә алманы. Хаттарына яуап булмағас, егет башҡаса яҙмаҫ булды ла ҡуйҙы. Үҙен ҡыҙға тиң түгел тип һананы, үҙенең һөйөүен хатаға һанап, төңөлөргә, яҙмышы менән бүтән айҡашмаҫҡа ҡарар итте. Етмәһә, ҡыҙҙың атаһынан асыулы хат алғайны. Тик былар ғына йөрәгеңде ялмап алған хистәрҙе һүндерә аламы һуң инде?
Хәҙер уға һөйгәнен иҫенә төшөрөп торған берҙән-бер әйбер - көмөш сынйыр ғына тороп ҡалды.
Әрме хеҙмәтенә китер алдынан, һуңғы осрашыуҙарында, ҡыҙ үҙенең көмөш сынйырын сисеп егеткә таҡҡайны. Бәлә-ҡаҙаларҙан һаҡлап йөрөр, тине. Үҙе әйткәндәренә ихлас ышанды, һөйгән кешеһен дә ышандырҙы. Чечен һуғышына барып ингәс тә, Хәлил шул сынйырҙы муйынына тағып алды. Дошман пуляһынан һаҡлар, тип үҙен тағы ҡат-ҡат шуға инандырҙы. Тик көмөш сынйыр ғына һалдатты яуыз дошман пуляһынан һаҡлап ҡалыр көскә эйә булмағандыр, күрәһең. Ул ҡаты яраланды. Күп ҡан юғалтыуҙан һушынан яҙып, яу яланында ятып ҡалды. Бер тәүлектән һуң күҙҙәрен асҡас, янында иптәштәренең тәгәрәшеп ятҡан үле кәүҙәләрен күреп, аҡылдан яҙыр сиккә еткәйне. Егет ҡалтыранған хәлһеҙ ҡулдары менән менән муйынындағы сынйырҙы ҡапшап тапты ла, күккә ҡарап: «Эй, Хоҙайым, үлтермә мине. Ишетәһеңме? Үлтермә. Үл-тер-мә-ә!..» - тип ҡысҡырып ебәрҙе...
Күпмелер ваҡыттан һуң һауала вертолет күренде. Хәлил көс-хәл менән тороп баҫты ла, ҡулын иҙәне. Шунан тағы иҫен юғалтты. Аңына килгәндә уның баш осонда шәфҡәт туташы ултыра ине.
- Ай... Ай-гөл...- Һалдат, хәлһеҙ ирендәрен саҡ-саҡ ҡыбырлатып, һөйгәненең исемен ҡабатланы. Яғымлы шәфҡәт туташы ҡулдарын Хәлидең маңлайына ҡуйҙы.
- Көслө кеше һеҙ, иптәш Иҙрисов. Иҫән ҡалдығыҙ.
- Сын... Сын-йыр...- Әле үҙенең ҡайҙа ятҡанын да, башынан ниндәй хәлдәр үткәнен дә ныҡлап аңлап етмәгән егет, муйынындағы көмөш сынйырын һәрмәп тапты.
- Эш был сынйырҙа түгел, һалдат кеше, ә һеҙҙең көсөгөҙҙә. Әйттем бит, көслө кеше һеҙ.
Аҡ халатлы фәрештәнең һүҙҙәре менән килешмәне Хәлил. Ғүмерен мөхәббәттең тылсымлы көсө һаҡлап ҡалғанын белә ине ул. Тап шул көс кенә үҙен артабан йәшәтәсәгенә лә ныҡлы ышанды һалдат...
Читайте нас: