Башҡортостанда 2021 йылда Мифтахетдин Аҡмулланың 190 йыллығы билдәләнә. Күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе. Башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән, милләттең XIX быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы. Республика башлығы ҡул ҡуйған тейешле указ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙранов рәйеслегендәге ойоштороу комитетының составы раҫланған.