ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
26 Февраль 2021, 13:55

Гөл - сәскәле ине күңеле...

Күп ҡырлы аҫылташ кеүек һәр яҡлап килгән кешеләр була. Талантлы яҡташыбыҙ, шағирә Наилә ӘЙҮПОВА тап шундайҙарҙан ине. Күңеле шиғырҙан, донъяһы гөл-сәскәнән генә торҙо уның. Үҙе беҙҙең арала булмаһа ла, шағирә ҡалдырған матурлыҡ, уның нурлы балҡышы әле булһа ошо тормошто йәмләп торған кеүек.

Күп ҡырлы аҫылташ кеүек һәр яҡлап килгән кешеләр була. Талантлы яҡташыбыҙ, шағирә Наилә Әйүпова тап шундайҙарҙан ине. Күңеле шиғырҙан, донъяһы гөл-сәскәнән генә торҙо уның. Үҙе беҙҙең арала булмаһа ла, шағирә ҡалдырған матурлыҡ, уның нурлы балҡышы әле булһа ошо тормошто йәмләп торған кеүек.
Ошо көндәрҙә ҡаланың Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге1-се китапханаһында Наилә Ғабдулла ҡыҙының хәтер кисәһе үтте.
Ғүмеренең күп өлөшөн Мәләүез еренә, ошо төбәк үҫешенә бағышлаған шағирәнең дуҫтары, әхирәттәре, хеҙмәттәштәре һәм уның ижадын үҙ итеүселәр йыйылған сараны китапхананың башҡорт әҙәбиәте менән эшләгән хеҙмәткәре Рәзилә Ҡотлогилдина асты. Ул Наилә Әйүпова хаҡында йылы хәтирәләре менән бүлеште, уның шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
Китапханасы Рәйсә Кәримова үҙ сығышында уның күркәм кешелек сифаттарын барлап:
- Был донъяла алмаштырғыһыҙ кеше булмай, тиһәләр ҙә, был һүҙҙәр менән һис килешә алмайым, сөнки бына беҙҙең Наилә апайҙы алмаштырырлыҡ бер кем юҡ, - тине һәм шағирәнең үҙ тормошо хаҡында яҙған шиғырына туҡталып китте.
Наилә Ғабдулла ҡыҙының ижадташ дуҫтары һәм әхирәттәре яҡын кешеләре менән бәйле хәтирәләрен йылмайыу һәм күҙ йәштәре аша барланы.
Беҙҙең барыбыҙ өсөн дә Наилә Әйүпова шағирә генә түгел, зауыҡлы, һоҡланғыс ҡатын, ҡул эштәре һәм аш-һыу оҫтаһы булараҡ та билдәле ине. Үҙен тотошо, күркәм холҡо менән күптәрҙән айырылып торған апайыбыҙ ошо тормошто тотош гүзәллеккә күмеү хаҡында хыялланды.
Йүгереп кенә үтер дала түгел,
Юлдарымда эшем етерлек.
Хәлем етһә икән шул даланы
Шау сәскәле ожмах итерлек, - тип яҙҙы гөл-сәскәләр үҫтерергә яратҡан Наилә апай үҙенең бер шиғырында. Ул үҙ донъяһын, ысынлап та, шау сәскәгә күмеп йәшәне, шул гүзәллектән башҡаларға да мул өлөш сығарҙы. Үҙе тыуҙырған матурлыҡ һәм яҙған шиғырҙары менән тормошто йәмләп, һәр ҡайһыбыҙҙың күңелен имләп, шағирәбеҙ мәңгелек донъяға юлланды. Уның хаҡындағы яҡты хәтирәләребеҙ яҡташыбыҙ рухына доға булып барып етһен ине.
Читайте нас: