ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
28 Февраль 2021, 12:00

Яңы көнөм - яңы бит

Яңы көнөм - яңы битеТормошомдоң.Башланғысы яңы бәхет,Уңышымдың!

Яңы көнөм - яңы бите
Тормошомдоң.
Башланғысы яңы бәхет,
Уңышымдың!
Китабымдың биттәре күп,
Төрлөһө бар.
Тик шуныһы, ҡайһы биттәр
Тулы моң - зар.
Ҡайһы битен уҡығанда
Ҡыуанамым.
Бушҡа үтмәй йылдар, тиеп,
Йыуанамын.
Йыртып булмай, оҡшамай тип
Бер битен дә.
Матур бер бит өҫтәр кәрәк,
Тим бөгөн дә...

С. Тотманова
Читайте нас: