ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Был көн тарихта

Бөгөн 2 март (буранай), шишәмбе, йылдың 61- се көнө. Йыл аҙағына тиклем 304 көн ҡала. Рәжәб (رجـب) айының 18 – се көнө. Ҡояш 08 сәғәт 01 минутта ҡалҡа, 18 сәғәт 54 минутта байый. Көн оҙонлоғо –10 сәғәт 53 минут. Был көн тарихта.Рәсәй империяһының юғары дәүләт органы — Сенат ойошторола (1917 йылға тиклем эшләй, 1711)Александр Пушкин Наталья Гончарова менән никахлаша (1831)Рәсәй империяһы тәхетенә Александр II ултыра (1855)Николай II тәхеттән баш тарта. Беренсе Ваҡытлы Рәсәй хөкүмәте ойошторола (1917)Өфөлә ҡала думаһы ултырышында Өфө йәмәғәт ойошмалары комитеты булдырыла (1917)РСДРП (б)-ның ваҡытлы Өфө комитеты ойошторола (1917)Баймаҡта С. М. Цвиллинг фарманына ярашлы Баймаҡ эшсе — депутаттар советы вәкилдәре иректә ҡалған Башҡорт хөкүмәтәнең бөтә ағзаларын да ҡулға алалар (1918)Мәскәү финанс институты ойошторола, һуңынан ул Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс академияһы тип үҙгәртелә (1919)«Правда» гәзитендә Сталиндың «Уңыштарҙан баш әйләнеү» исемле мәҡәләһе сыға (1930)Нью-Йоркта «Кинг Конг» фильмының премьераһы була (1933)СССР-ҙа ирекле халыҡ дружиналары булдырыла (1959)АҠШ хәрби-һауа көстәре Вьетнамды даими рәүештә утҡа тота башлай (1965)

Бөгөн 2 март (буранай), шишәмбе, йылдың 61- се көнө. Йыл аҙағына тиклем 304 көн ҡала. Рәжәб (رجـب) айының 18 – се көнө. Ҡояш 08 сәғәт 01 минутта ҡалҡа, 18 сәғәт 54 минутта байый. Көн оҙонлоғо –10 сәғәт 53 минут.
Был көн тарихта.
Рәсәй империяһының юғары дәүләт органы — Сенат ойошторола (1917 йылға тиклем эшләй, 1711)
Александр Пушкин Наталья Гончарова менән никахлаша (1831)
Рәсәй империяһы тәхетенә Александр II ултыра (1855)
Николай II тәхеттән баш тарта. Беренсе Ваҡытлы Рәсәй хөкүмәте ойошторола (1917)
Өфөлә ҡала думаһы ултырышында Өфө йәмәғәт ойошмалары комитеты булдырыла (1917)
РСДРП (б)-ның ваҡытлы Өфө комитеты ойошторола (1917)
Баймаҡта С. М. Цвиллинг фарманына ярашлы Баймаҡ эшсе — депутаттар советы вәкилдәре иректә ҡалған Башҡорт хөкүмәтәнең бөтә ағзаларын да ҡулға алалар (1918)
Мәскәү финанс институты ойошторола, һуңынан ул Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы финанс академияһы тип үҙгәртелә (1919)
«Правда» гәзитендә Сталиндың «Уңыштарҙан баш әйләнеү» исемле мәҡәләһе сыға (1930)
Нью-Йоркта «Кинг Конг» фильмының премьераһы була (1933)
СССР-ҙа ирекле халыҡ дружиналары булдырыла (1959)
АҠШ хәрби-һауа көстәре Вьетнамды даими рәүештә утҡа тота башлай (1965)
Даманск утрауында сик буйы низағы: 30 ҡытай һалдаты, совет-ҡытай сиген үтеп, совет сик һаҡсыларын атып үлтерә, шулай уҡ утрауҙа әҙерләгән боҫҡондан да ут аса (1969)
Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының «Тамыр» балалар студияһы эш башлай (1992)
Әзербайжан, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Молдова, Тажикстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан үҙ аллы дәүләттәр статусында Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына ағза итеп алына (1992)
Афғанстанда талибтар Будда һәйкәлен шартлата (2001)
Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылында ҡубыҙҙа уйнау һәм өзләү буйынса 1-се Асыҡ республика конкурсы асыла (2007)
Рәсәйҙә 3-сө тапҡыр президент һайлауы үтә (2008)
Тыуған көндәр. Яҙыусы Әмирхан Еники (1909—16.02.2000), тарихсы-ғалим, этнополитолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы Юлдашбаев Билал Хәмит улы (1928—13.04.2001), СССР-ҙың беренсе һәм һуңғы президенты Михаил Сергеевич Горбачёв (1931), шағирә Әлфиә Нәжип ҡыҙы Әсәҙуллина (1959) һ.б.
Бөгөнгө рәсми булмаған байрамдар:
Ирекле дружина отрядтары барлыҡҡа килгән көн.
Халыҡ-ара шырпы көнө.
Ҡарғалар һанай торған көн .
Желе ҡушып бешерелгән торт көнө.
Компакт-дисктың тыуған көнө.
Ҡарғалар һанайбыҙ һәм болоттарҙы ҡарайбыҙ – бөгөн болоттар тиҙ йөҙһә, аҙна-ун көн матур, аяҙ һауа торошо көтәбеҙ. Икенсе март һәр икебеҙгә бәхет, шатлыҡ-ҡыуаныстар килтерһен!
Читайте нас: