ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Ҡатындар матур була...

Ҡатындар көслө булмай ул,Ҡатындар хисле була.Хистәренән арҡан ишеп,Көслө булғандай була.

Ҡатындар көслө булмай ул,
Ҡатындар хисле була.
Хистәренән арҡан ишеп,
Көслө булғандай була.

Ҡатындар батыр булмай ул,
Ҡатындар матур була.
Матурлығын ҡалҡан итеп
Батыр булғандай була.

Ҡатындар хисле була,
Ҡатындар матур була.
Шуға ла бит Күктәр бер мәл
Донъя яралтҡан була.

Н. Хәмбәлиева.
Читайте нас: