Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Мыжыҡ...

Ялҡыта эш, ялҡыта йәй,ялҡыта бөтмәҫ баҡса,ялҡыта бөтмәҫ инәлтеү,бурысҡа алған аҡса,телевизорҙың шарылдауытәҡәтемде ҡоротто,көнө-төнө ял итеү ҙә,диванға һоноп ботто.

Ялҡыта эш, ялҡыта йәй,
ялҡыта бөтмәҫ баҡса,
ялҡыта бөтмәҫ инәлтеү,
бурысҡа алған аҡса,
телевизорҙың шарылдауы
тәҡәтемде ҡоротто,
көнө-төнө ял итеү ҙә,
диванға һоноп ботто.

Күршеләрҙең бытырлауы
үҙәккә үтте тамам,
ултырып бер һөйләшерлек,
кеше юҡ тип, исмаһам,
зарланабыҙ ҙа торабыҙ
бағана төҙ торғанға,
урамдан үткән саҡтарҙа
ташы ҡыйыш ятҡанға.

Йә һауа торошо һыуыҡ,
йә беҙгә эҫе бигерәк,
ҡыуаныуға ҡарағанда
мыжыйбыҙҙыр күберәк.

Китеп барған юлыбыҙ ҙа
боролошло булғанға,
көйәләнеп буштан-юҡҡа
ай ҙа тулы торғанға,
йә себен мыжғый бер килке,
йә серәкәй бызылдай,
төнөн йылға буйҙарында
баҡалары баҡылдай.

Бәпембәнең туҙыуы ла
теңкәгә тейә һаман.
Уйлай китһәң..Мыжыр өсөн
бер сәбәп тә юҡ һымаҡ.
Оҡшамай бит һәр әҙәмгә
донъяның төҙөлөшө.
Уйлай китһәң... Рәхмәт инде
иткәненә мөйөшлө.

Шөкөр итә белмәйбеҙ шул
өлөшөбөҙ булғанға,
барына риза түгелбеҙ,
тапҡанға, табылғанға.
Ғүмер-ҡыҫҡа ғына йыр бит,
кис була ла таң ата.
..Тағы нимә тип мыжырға
аптырап уйлап ятам...

Г. Ниғмәтуллина.
Читайте нас: