Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Дуҫлыҡ һәм мәҙәниәт байрамы

Венгрияның «Kecskemet» коллективы башҡорт телен өйрәнгән һәм фестивалгә халҡыбыҙҙың «Ҡарабай»ын әҙерләп килгән.

3-нән 10 июлгә тиклем республикала йылдың иң күркәм һәм сағыу тамашаһы - VI Бөтә донъя Фольклориадаһы уҙа. Дүрт йылға бер тапҡыр үткәрелгән сара быйыл беҙҙә ойошторолдо. Һәр халыҡтың милли мәҙәниәтен, ижадын, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәткән был мөһим йыйын ваҡытында Башҡортостан ҙур байрам майҙанына әйләнде, беҙгә ҡырҡлаған илдән ҡунаҡтар йыйылды. Баш ҡала аэропортында сит ил вәкилдәрен республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Башҡортостандың халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Әлибәков һәм «Һылыуҡай» студияһы ҡыҙҙары ҡаршыланы. Айҙың беренсе көнөндә үк Өфөгә Һиндостан, Боливия, Перу, Парагвая, Америка Ҡушма Штаттары делегациялары килгәйне.
Фольклориадаға йыйылған төрлө милләт вәкилдәре ерле халыҡтың мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары һәм кәсептәре менән танышыу, башҡаларҙы үҙҙәренеке менән таныштырыу мөмкинлегенә эйә. Фестивалдә ҡатнашҡандар тамашаны ситтән генә күҙәтмәй, музыка ҡоралдарында уйнап ҡарап, үҙҙәре теләгән кәсепте үҙләштереп, башҡа халыҡтарҙың милли ризыҡтарынан ауыҙ итә.
Сарала Рәсәйҙең һәм башҡа илдәрҙең билдәле артистары һәм коллективтары сығыш яһай. Баш ҡалаға тәүгеләрҙән булып килгән «Ахуна О хана» гавай коллективы етәксеһе Джозеф Ахуна «Һәр ваҡыт булһын ҡояш» йырын Өфө аэропортында уҡ урыҫ һәм инглиз телдәрендә башҡарҙы.
Венгрияның «Kecskemet» коллективы башҡорт телен өйрәнгән һәм фестивалгә халҡыбыҙҙың «Ҡарабай»ын әҙерләп килгән.
«Фольклориада йөрәге» тип аталған төп тамаша менән асылған ҙур сарала милли кейемдәр парады, бай күргәҙмәләр ойошторола, төрлө кәсептәргә өйрәткән оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелә, милли уйындар ойошторола. Байрамда пандемияға бәйле һаҡланыу саралары үтәлә.
Халыҡтар дуҫлығы, милләт-ара берҙәмлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән сара ҙур әҙерлек менән юғары кимәлдә уҙыр, тип көтөлә.
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: