Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Онотолмай...

Онотолмай,Һин дә иҫләйһеңме?Онотмаһаң, һүҙ ҡуш елдәргә.Бирешеп китһәм, һаман баш терәйемҺинең тының һеңгән мендәргә.

Онотолмай...
Ә һин иҫләйһеңме?
Сирендәрҙә йондоҙ - ап- аҡтан.
Эңер ине.
Бокалдарҙа шарап -
Һин яратҡан һәм мин яратҡан.

Ай аҙашты шыршы суҡтарында,
Тулап ҡараны ла ,ойоно.
Иҫеңдәме? Минең гел иҫемдә, -
Иҫтә йәнә йылы ҡуйының.

Аҡ сирендәр менән күк сирендәр
Тиҙ һулырын белгән шикелле,
Танһыҡтары ҡанмай шыбырлаша
Төндө наҙлай хуш еҫ ипкене.

Онотолмай,
Һин дә иҫләйһеңме?
Онотмаһаң, һүҙ ҡуш елдәргә.
Бирешеп китһәм, һаман баш терәйем
Һинең тының һеңгән мендәргә.

Сихәте бар кеүек сирендәрҙең,
Ай туп-тулы күктең түрендә.
...Төш түгелсе...
Беҙҙе утҡа манып,
Яҙылғандар уңмай күңелдә...
Тамар ҒӘНИЕВА.
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: