Конгэк
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
9 Сентябрь , 16:25

Өфөлә тарихи шәхестәр иҫтәлегенә яңы музейҙар асыла

Өфөлә Онотолған исемдәр музейы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Әлегә ошо проект хаҡында фекер алышыу бара. Баш ҡала үҙәгендә ҡыҙыҡлы музейҙар була алырҙай өс муниципаль бина бар. Был турала кисә тура бәйләнеш барышында Радий Хәбиров белдерҙе. Онотолған исемдәрҙе халыҡҡа кире ҡайтарырға кәрәк, кешеләр уларҙы иҫләргә, хөрмәт итергә тейеш, тип билдәләне ул.

Өфөлә тарихи шәхестәр иҫтәлегенә яңы музейҙар асыла

Башҡортостан Башлығы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт хәрәкәте етәкселәренең береһе, Башҡорт АССР-ның Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе Муллайән Халиҡовтың шәхесен төрлө яҡлап өйрәнеү кәрәклеге тураһында белдерҙе.

«Альбанов музейын эшләнек. Икенсеһен, был хаҡта иғлан иттек инде, Шаляпин музейын асырға теләйбеҙ. Ә өсөнсө бинаны әлегә «Онотолған исемдәр музейы» тип атарға тәҡдим итәм. Кәрим Хәкимов — бөйөк дипломат, Сәғүд Ғәрәбстаны короленең дуҫы. Репрессияланған, атып үлтерелгән, һөҙөмтәлә оҙаҡ йылдар дипломатик мөнәсәбәттәр булмаған. Ул беҙҙә тыуып үҫкән, уның хаҡында бөтәһе лә белмәй. Сираттағы исем — Муллайән Халиҡов тураһында архивтан ентекле мәғлүмәттәр тупларға теләйбеҙ. Уның дәүләт эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Башҡортостандың хәҙерге сиктәре бар».

Күмәк көс һәм президент Владимир Путин ярҙамы менән легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелде.

«Иң мөһиме, Шайморатов халыҡ хәтерендә ныҡлы урын алған. Ләкин беҙҙең Таһир Күсимов та, башҡалар ҙа бар. Беҙҙең дөйөм бурыс — онотолған исемдәрҙе хәтерләһендәр һәм хөрмәтләһендәр өсөн барыһын да эшләү», — тип өҫтәне республика етәксеһе.

Автор: