Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
28 Декабрь 2021, 12:15

Һинең яҡтан китәм яҙ алып...

Оҙон телдәр, бәлки, ғәйбәт һөйләр,Ғәйбәттәре китһен ҡаҙалып!Мин ҡыш көнө килдем һинең янға,Һинең яҡтан китәм яҙ алып...

Һинең яҡтан китәм яҙ алып...
Һинең яҡтан китәм яҙ алып...

Мин ҡыш көнө килдем һинең яҡҡа...
Ҡарҙар яуа ине буранлап...
Бурандарҙың уҫал хөкөмөнә
Буйһонғандар ине урамдар.
Шул урамдар беҙҙе таныштырҙы,
Аҙаштырҙы беҙҙе бурандар.

Мөхәббәттә аҙашҡандар өсөн
Ҡар-бурандар ни ҙә, елдәр ни?!
Елдәр генә тотоп тыямы ни
Хаттин ашҡан ике йүләрҙе?!

Йүгәндәрҙе һалып ташланыҡ та,
Сабый бала кеүек ҡыландыҡ,
Елдәр менән ҡыуышып уйнаныҡ та,
Бурандарға ҡушылып йырланыҡ.

Йөрәктәрҙең ҡайнар тыны менән
Исемдәрҙе яҙҙыҡ аҡ ҡарға...
Йәшлегемдә ниңә осраманың?-
Бирмәҫ инем һине яттарға!

Оҙон телдәр, бәлки, ғәйбәт һөйләр,
Ғәйбәттәре китһен ҡаҙалып!
Мин ҡыш көнө килдем һинең янға,
Һинең яҡтан китәм яҙ алып...

Әнғәм Атнабаев.

 

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: