Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
6 Ғинуар 2022, 07:35

Уңыштары менән һөйөндөрә

Күптәргә таныш йәш шағирә, тәржемәсе, ғөмүмән әйткәндә, ҡәләм оҫтаһы Римма Шәйәхмәтова яңынан-яңы уңыштары менән беҙҙе ҡыуандыра.

Уңыштары менән һөйөндөрә
Уңыштары менән һөйөндөрә

Күптәргә таныш йәш шағирә, тәржемәсе, ғөмүмән әйткәндә, ҡәләм оҫтаһы Римма Шәйәхмәтова яңынан-яңы уңыштары менән беҙҙе ҡыуандыра. Әҙәбиәт донъяһында уның ижади эштәре үҙ урынын алған. Район, ҡалабыҙҙа ғына түгел, республика, хатта ил кимәлендә лә әҫәрҙәре танылыу яулай. Йәй айында күрше Көйөргәҙе районында Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниева исемендәге әҙәби премияға дәғүә итеү конкурсында ҡатнашып, Римма Миңнулла ҡыҙы “Ижадҡа сиктәр юҡ” номинацияһында еңеп сыҡты. Ә быйыл ҡыш “СТИХиЯ Пегаса” II Бөтә Рәсәй инвалидтар әҙәби ижады конкурсында Диплом һәм бөтә донъяға билдәле Ырымбур шәле менән бүләкләнде. Ошо ҡаҙаныштары менән Римманы беҙ ҙә ихлас ҡотлап, киләсәктә ижади ҡомар, дәрт, шатлыҡлы мәлдәр теләйбеҙ!

Уңыштары менән һөйөндөрә
Уңыштары менән һөйөндөрә
Автор:Алия Амирова
Читайте нас: