Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
10 Ғинуар 2022, 11:15

ҠЫШҠЫ БАЛҠЫШ

Сасҡау, ҡары менәнҠыш ҡыш инде - матур.Күңел күҙең күрһә,Мең төҫтәрҙә балҡыр!

ҠЫШҠЫ БАЛҠЫШ
ҠЫШҠЫ БАЛҠЫШ

Аҡ май төҫлө генә
Ботаҡтарҙа - йүшә.
Ҡусҡыл булып елдән
Ергә осоп төшә.
Аҡ бирсәткә кейгән
Ҡул суҡтары талдың,
Ҡайын ботаҡтары -
Аҡбуҙаттың ялдыр.
Кәкре ағастарҙа
Йылан батшаһы. Аҡ.
Борғаланып, мине
Аңдып ята һымаҡ.
Ҡусҡыл эңер төшә:
Күкһел ҡары, бары.
Күк сеүәтәһендә -
Алтын ғына тары.
Сүмес - Етегәндә
Һоҫоп алғас ҡына
Ҡош юлынан быуы
Таралыр тын ғына.
Көйөш малы кеүек
Ғыршлай ҡары аҫта.
Һандыҡ - өйҙәр ябыҡ,
Аҡ мендәрҙәр башта.
Сасҡау, ҡары менән
Ҡыш ҡыш инде - матур.
Күңел күҙең күрһә,
Мең төҫтәрҙә балҡыр!

А.Ғарифуллина

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: