Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
28 Ғинуар 2022, 15:35

Ауылыма ҡайтҡан саҡта

Мәләүез ере таланттарға бай, уға көн дә инанырға була. Тыумышы менән Шәрип ауылынан булған Зоя Йәрмөхәмәтова хатта матур шиғырҙар ижад итә. Уның һүҙҙәрен күп композитроҙар көйгә лә һалған, вәт! Киләсәктә уның менән яҡындан таныштырырбыҙ, дуҫтар. Ә хәҙергә уның күстәнсенән - шиғырҙарын һеҙҙең ҡарамаҡҡа тәҡдим итәбеҙ.

Ауылыма ҡайтҡан саҡта
Ауылыма ҡайтҡан саҡта

 

Ауылыма ҡайтҡан саҡта
Оҙон атлар юл ята,
Минең һағыныуым үҙемдән
Тиҙрәк йүгереп ҡайта.

Пр-в.
Шәрип исемле ауылым,
Йәмле Нөгөш буйында,
Ал таңдарҙы ҡаршылай ул
Бейек тау ҡуйынында.

Ауылымдың урамдарын
Дүрт мөйөшкә бүленгәндәр,
Матурлығына һоҡланмайҺөйләй алмай белгәндәр.

Пр-в.
Шәрип исемле ауылым,
Йәмле Нөгөш буйында,
Киткәндәр һағнып уйлайҙыр,
Аулым һинең турыңда.

Үҙеңә саҡыраһың һин,
Тыуған ауылымдың йәме,
Һиндә һаман көтә кеүек
Ата-әсәмдең йәне.

Пр-в.
Шәрип исемле ауылым,
Йәмле Нөгөш буйында,
Һәр кемгә лә ҡәҙерлелер,

 Тыуған ауылы уйында.

Ауылыма ҡайтҡан саҡта
Ауылыма ҡайтҡан саҡта
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: