Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
11 Февраль 2022, 14:43

Йәшен ҡайтарғыс

Йәшен ҡайтарғыс (Остазым Рәми Ғариповты иҫкә төшөрөп) Яуа йәш ҡар. Ята ҡартлас Ҡашҡар, Үлем тулғағында тартышып. Рәми Ғарипов.

Йәшен ҡайтарғыс
Йәшен ҡайтарғыс

Йәшен ҡайтарғыс

(Остазым Рәми Ғариповты иҫкә төшөрөп)

Яуа йәш ҡар.

Ята ҡартлас Ҡашҡар,

Үлем тулғағында тартышып.

Рәми Ғарипов.

Cебештәрең кеүек, тотам ҡалмай,

Йөрөгәйнек әле һис аңламай,

Һеҙгә төшкән ауыр, зарлы йөктө,

Белмәнек тә - алда ниҙәр көттө?

Cтәрле урамдары хәтерләйҙер

Һинең йомшаҡ, талғын тауышыңды,

Йылмайыуҙар аша һағышыңды,

Ҡара көстәр менән алышыңды.

Күңелеңә бер аҙ ял алырға

Килә инең һағынып Cтәрлегә.

Инселәп тә һомғол ҡушҡайынды,

Бара инең уның эргәһенә.

Бурап-бурап ҡарҙар яуған кистә

Ҡаршыларбыҙ төҫлө вокзалдарҙа.

Ҡул эҙҙәрең - ҡайын туҙҙарында,

Йөрәктәрҙә һинең йылың ҡалған.

Ғазап тулы ҡартлас Ҡашҡар булып,

Һыҡтай һаман, ағай, беҙҙең күңел.

Һин булғанһың йәшен ҡайтарғыс та,

Прометей ҙа - ғүмерең бушҡа түгел!

Мәрйәм Күсмәева.

Йәшен ҡайтарғыс
Йәшен ҡайтарғыс
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: