Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
4 Апрель 2022, 09:53

Мәҙәниәт күген балҡытҡан йондоҙ

Донъяға һәр кем үҙ тәғәйенләнешен үтәр өсөн тыуа, тиҙәр. Яҙмышың билдәләгән йүнәлеште һайлағанһың икән, Аллаһы Тәғәлә тарафынан юлы ла асыла, әмәле лә табыла. Оҙаҡламай мөбәрәк юбилейын туйлаясаҡ Арыҫлан ауылы һылыуы Нәсимә Суҡбаева тап шундай гүзәл заттарҙан, ул үҙ бурысын үтәгән бәхетле кеше.

Мәҙәниәт күген балҡытҡан йондоҙ
Мәҙәниәт күген балҡытҡан йондоҙ

Донъяға һәр кем үҙ тәғәйенләнешен үтәр өсөн тыуа, тиҙәр. Яҙмышың билдәләгән йүнәлеште һайлағанһың икән, Аллаһы Тәғәлә тарафынан юлы ла асыла, әмәле лә табыла. Оҙаҡламай мөбәрәк юбилейын туйлаясаҡ Арыҫлан ауылы һылыуы Нәсимә Суҡбаева тап шундай гүзәл заттарҙан, ул үҙ бурысын үтәгән бәхетле кеше. Нәзәкәтле ханым бөтә тормошон мәҙәниәт өлкәһенә бағышлаған. Яратҡан, булмышына тап килгән шөғөлө, эше ҡәнәғәтлек килтерә уға, сәхнәләге сығыштары тамашасы йөрәгенә, күңеленә көс, дәрт өҫтәй, иртәгәһе көнгә өмөт бирә. Яныңда ярты һүҙҙән аңлаған яртың, ышаныслы, көслө терәгең барлығы ошо бәхетте тағы ла тулыландыра. Биләмәлә Нәсимә һәм Рәис Суҡбаевтарҙың өлгөлө, татыу, ипле ғаиләһенә күптәр һоҡлана, уңған пар бәһлеүәндәй дүрт егеткә – Айҙар, Арыҫлан,  Салауат, Азаматҡа - ғүмер биргән.

 

Бөтә яҡтан да килгән һәләтле кешеләр бар бит. Йыр-бейеү, спорт, ғаилә конкурсы булһынмы, Суҡбаевтар ҡатнашмаған берәй сара ҡалдымы икән? Асыҡ республика конкурсының “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2021”зональ турында I дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булған был өлгөр ғаиләне район-ҡалала ғына түгел, республика кимәлендә лә яҡшы беләләр. Район гәзиттәренән тыш, республика баҫмаларында, “Башҡортостан ҡыҙы” журналында улар хаҡында мәҡәләләр йыш  баҫыла. Башҡортостан юлдаш телеканалында “Сәләм” тапшырыуы үткәргән “Беҙҙең ғаилә” сараһында беренсе урын яулап, ял йортона юллама менән бүләкләнгәндәр. “Сылбыр теҙмәһе”ндә I дәрәжә диплом, республика “Ғаилә мозаикаһы” фестивалендә Гран-приға лайыҡ булғандар. Һанай китһәң... Йыл да тиһәң дә, һис арттырыу булмаҫ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы урындағы башҡарма комитетынан, ҡатын-ҡыҙҙар советынан, район хакимиәтенән алынған Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары, дип­ломдар был иҫ киткес эшһөйәр ғаиләнең ҡаҙаныштарының бер өлөшө генә. Нәсимә Сәмиғулла ҡыҙының хатта район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса секторынан ауыл биләмәләре араһында йәштәр спартакиадаһында атыш буйынса 1-се урын өсөн Маҡтау грамотаһы ла бар!

Ғаилә башлығы Рәис Сибәғәт улы оҫта ҡурайсы, Батыр­ғәле Вахитов  иҫтәлегенә уҙғарылған конкурста ҡатнашып, II дәрәжә дипломанты исемен яулаған. Нәсимә ханым менән парлап бик матур итеп йырлап, байрам кисәләрен биҙәй улар. Арыҫлан, Салауат һәм Азамат бала саҡтан мәктәптәге “Нөгөш ынйылары” фольклор-бейеү ансамблендә шөғөлләнгән, әйткәндәй, “Йәш юртаҡ” бе­йеүен Нәсимә улы өсөн үҙе махсус ижад иткән, костюмын да үҙе теккән. Сәхнәлә һәр ҡайһыһы ысын артист. Азамат улдары биш кенә йәшендә “Йыл кешеһе” исеменә лайыҡ булған! 10 йәшендә “Байыҡ” бейеү конкурсында ҡатнашып, III дәрәжә диплом менән бүләкләнгән. Ә Салауат шәп спортсы.

Нәсимә Сәмиғулла ҡыҙы йортонда уңған ҡатын, хәс­тәрлекле әсәй. Ейән-ейәнсәрҙәренә наҙлы өләсәй. Оҙаҡ йылдар оло йәштәге әсәһе Сәриә Бәхтегәрәй ҡыҙын тәрбиәләй, бихисап конкурстарҙа ҡатнашырға, сценарийҙар яҙырға, саралар ойошторорға ла ваҡыт таба. Күңеле моңға, хис-тойғоға бай әсәй уландары йөрәгендә йыр-бейеү аша башҡортлоҡ рухына һөйөү үҫтерһә, атайҙары өлгөһөндә улар иман нуры, изгелек ҡөҙрәте һеңдереп, итәғәтле булырға, әсәйҙе, өләсәйҙе, ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙҙы хөрмәтләргә өйрәнгән.

Уңған, егәрле пар өсөн йәмәғәт эшмәкәрлеге лә ситен түгел, бар ергә өлгөрә улар. Рәис хәҙрәт Арыҫлан ауыл биләмәһендә имам-хатип. 2018 йылда асылған мәсеттә йома намаҙы уҡыла, никах, исем ҡуштырыу кеүек йолалар үткәрелә, унда халыҡ теләп йөрөй. Ул ауылдаштары күңеленә ислам диненә хөрмәт, иман нуры һала. Аҙнаһына бер уҙғарылған дәрестә хәҙрәт балаларға ла дин тәғлимәттәре өйрәтә. Нәсимә бына инде оҙаҡ йылдар ауыл биләмәһендә ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, Арыҫлан  ауыл хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса белгес, ошо көнгә тиклем арҙаҡлы яҡташтары Динис Бүләков музейы мөдире вазифаһын уңышлы башҡарған.

Йәш саҡта Себер тарафтарында ла бәхетен һынай ғаилә. 15 йыллап эшләгәндән һуң Арыҫлан ауылына ҡайтып төпләнәләр. Тыуған төйәктә дәртле ғаилә башкөллө мәҙәниәт өлкәһенә сума, ауыл клубында саралар ойоштора, унда әүҙем ҡатнаша. Артабан район, респуб­лика кимәлендә ғөрөф-ғәҙәткә, йолаларға битараф булмаған ғаилә мәҙәниәтте үҫтереүҙә төрлө йәһәттән тос өлөш индерә.

Ғаилә тотҡаһы - ҡатын-ҡыҙ. Көнитмештә осраған күп кенә сетерекле хәлдән дөрөҫ сығыу юлын табыу нәҡ уның сабырлығына, зирәк аҡылына, һиҙгерлегенә бәйлелер.

Ауылда, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ өсөн, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәт етерлек. Егәрле, етеҙ пар ҡура тултырып, ишле мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Йәй көндәрендә күҙ яуын алған гөл-сәскәгә күмелгән ихата бында уңғандар йәшәгәненә ишара. Баҡсалағы ял урыны оҫта ҡуллы Айҙар улдары яһаған төрлө-төрлө, тылсымлы әкиәт һындары менән биҙәлгән.

Тәүге ҡараштан уҡ Рәис хәҙрәттең ҡатыны Нәсимәгә сикһеҙ хөрмәте, ихтирамы тойола. Аҙ һүҙле ир уҙаманы хәләле тураһында тулҡынланып, ғорурланып һөйләй, ихласлығы, алсаҡлығы, маҡсатҡа өлгәшә белеүенә һоҡлана. Йәшлек таңында осрашҡан ике яҙмыш 36 йыл дауамында һынауҙарҙы, тормош ауырлыҡтарын, шатлыҡтарын, уңыштарын бергә күтәргән. Бәхетле парҙың киләсәге өмөтлө, ышаныслы, сөнки таянырҙай нәҫел дауамы - ышаныслы ыласындары, уларҙың ғаиләләре бар, ейән-ейәнсәрҙәре үҫә. Суҡбаевтар яҙмышына рәхмәтле, Аллаһы Тәғәләгә шөкрана ҡылып йәшәй.

Беҙ ҙә юбилярға ҡотлау сәләмдәре юллап, изге теләктәргә ҡушылабыҙ!

Һөйөклө Нәсимәм! Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ!

 

Беҙҙең, Суҡбаевтар ғаиләһенең, нурлы ҡояшы, миңә Айҙар, Арыҫлан, Салауат, Азамат улдарымды бүләк иткән бәхетле әсәй, килендәребеҙгә - мәрхәмәтле ҡәйнә, ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә яғымлы өләсәй. Барыбыҙҙы ла йылы ғаилә усағына йыйған, ҡот һәм йәм өҫтәгән ҡәҙерлебеҙгә яҙҙарҙың яғымлы наҙын, йәйҙәрҙең ихлас нурын, көҙҙәрҙең йомарт байлығын, ҡыштарҙың сафлығын, паклығын бүләк итер инек. Миҙгелдәребеҙ һинең менән генә бәхетле, шатлыҡтарыбыҙ уртаҡ, көндәребеҙ сыуаҡ. Күңелең, оло йөрәгең изгелек һәм игелек менән тулы. Һин ғаиләбеҙҙе, туғандарыңды һәм яҡындарыңды йылылыҡҡа төрәһең. Үҙеңде белгән бар кешенең ихтирамын яулаған һоҡланғыс кеше лә, кәңәшсе лә, яҡын дуҫ та, серҙәш тә һин!

Алдағы көндәреңдә һиңә тән һәм йән сәләмәтлеге, күңел көрлөгө, һәр ваҡыттағыса ҡояштай йылмайып, донъябыҙҙы балҡытып, йән тыныслығында йәшәүеңде теләйбеҙ. Ҡатыныма яҡты донъя бүләк иткән Сәриә ҡәйнәмдең изгелектәре үҙенә барыбыҙҙан оло ихтирам, сауап булып ҡайтһын. Ошо бәхетле миҙгелдәребеҙгә, ғүмеребеҙ көҙҙәренә тиклем моң-хискә тулы ғаиләбеҙҙә тик “мөхәббәт” тигән илаһи көс кенә йәшәһен. Балаларыбыҙға өлгө, һәр саҡ терәк, кәңәшсе атай һәм әсәй булып, татыу ғаилә исеменә тап төшөрмәй йәшәргә Аллаһы Тәғәлә насип итһен.

Изге теләктәр менән тормош юлдашың Рәис,

улдарың, килендәрең һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.

Мәҙәниәт күген балҡытҡан йондоҙ
Мәҙәниәт күген балҡытҡан йондоҙ
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: