Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
16 Август 2022, 14:45

ӘСӘЙ МЕНӘН ЙӘЙ КИЛДЕ

Әсәй килде! Ҡала “ситлегенә"Инеп тулды ауыл һауаһы,Йылы йәйҙәр, мәтрүшкәләр еҫе!..Мине аңлар ауыл балаһы.

ӘСӘЙ МЕНӘН ЙӘЙ КИЛДЕ
ӘСӘЙ МЕНӘН ЙӘЙ КИЛДЕ

Әсәй килде! Ҡала “ситлегенә"
Инеп тулды ауыл һауаһы,
Йылы йәйҙәр, мәтрүшкәләр еҫе!..
Мине аңлар ауыл балаһы.

Әсәй килде! Әйтерһең дә, бөгөн
Ҡунаҡ миндә бөтөн ауылым:
Берәү тыуған, берәү малын һуйған,
Кемдер урынлаштырған балаһын.

Һөйләй әсәй ауыл хәбәрҙәрен:
Йәнгә рәхәт, тыныс әңгәмә.
Урамда ҡыш, урамда ел илай,
Төн һарылған ҡарлы тәҙрәгә.

Әсәй миңә аҡ ойоҡбаш бәйләй,
Ҡулдарына күҙҙәр эйәрмәй.
Бер әсәй ҙә ғәзиз балаһының
Өшөп йөрөүҙәрен теләмәй.

Беҙҙә йылы! Беҙҙә йәйҙәр ҡунаҡ!
Ҡояш булып әсәй йылмая!
Төндәр, елдәр ҡурҡыт(а)ламы ней
Йәнәшәңдә әсәй булғанда?!

... Үткәнемдең бәхетле бер кисе,
Өҫтәлемдә — ауыл күмәсе,
Икмәк еҫе, мәтрүшкәләр еҫе...
Ҡайтараһы ине әсәйемде!!!
Ҡайтараһы ине шул кисте...

Рәмзиә Ғәбделхаҡова.

Фото интернеттан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: