Конгэк
+24 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
22 Август 2022, 15:00

Әсәй булыу

Әсәй булыу - үҙе бәхет,Йәшәүҙең мәғәнәһе,Бәхетле әсәй бул, ҡыҙым,Бала – донъяның йәме.

Әсәй булыу
Әсәй булыу
Ҡыҙым, үҙең әсәй булғас,
Аңларһың әле мине,
Иҫләрһең, ниндәй осраҡта
Әсәйең нимә тине.

Аңларһың һин абынғанда
Йөрәгемдең ҡупҡанын,
Һинең күҙ йәшең тамғанда
Әсәйең ут йотҡанын.

Аңларһың иң ҡәҙерле йән –
Ғәзиз балаң икәнен,
Тик балаң бар донъяларҙы
Аллы-гөллө иткәнен.

Аңларһың, әсәй һиҙә ул
Һин һөйләмәгән серҙе,
Төҙәтергә ташлана ул
Һин хаталанған ерҙә.

Тик әсәй генә кисерә
Ғәйебең булһа әгәр,
Һинең йөгөңдө күтәрә
Күтәрә алған ҡәҙәр.

Тик әсәй... Аңларһың, балам,
Бала үҫтереп кенә,
Тормош үҙе аңлатҡаны
Беҙгә нығыраҡ һеңә.

Борсолоу, ҡурҡыуҙарымды
Аңларһың берәй ҡасан:
Бер туҡтауһыҙ күңелдәге
Шик-шөбһәләрҙән ҡасам.

Әсәй булыу - үҙе бәхет,
Йәшәүҙең мәғәнәһе,
Бәхетле әсәй бул, ҡыҙым,
Бала – донъяның йәме.

Фирүзә Абдуллина
 
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: