Август кисе - алма, еләк еҫе.
Ирендәрҙә ирей һуттары.
Туйҙар алда әле.
Ҡыҙҙар күҙләй
Егеттәрҙең уңған, муттары.
Тулған айҙы сәпкә әйләндереп
Уҡ атҡаны егет мәргәне.
- Минеке биш!
- Ә кемдеке унау?!...
(Иҫәп асыҡ. Нисәү мәрәйе?!...)
Минекеләр ҙә бар: айға теймәй,
Йондоҙ булып күккә һибелгән.
Миндәйҙәр күүүп!
Сихри төндөң үҙе
Беҙҙең хыялдарҙан сигелгән!
Ҡояш итеп елдем бәхетемде
Барып етеп йыһан ситенә -
Һағыштар ҙа әсирлеккә төшөп
Ҡул күтәреп артҡа сигенә...
Йәйғор булып ауыҙ йырып ҡышын
Иҫкә төшөр август кистәре:
Алма тәме булыр ирендәрҙә,
Хушты алыр еләк еҫтәре!
Минзәлә Шөғәйепова
+17 °С
Болотло