Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
25 Август 2022, 09:50

Мәтрүшкәләр

... Мәтрүшкәләр уңған,Ни хәл итмәк...Сәй ҡайнаттың сәхрә яланда.Көн йөҙөндә ҡояш нуры балҡый,Миҙгелдәрҙең тәме балланған!..

Мәтрүшкәләр
Мәтрүшкәләр

Мәтрүшкәнең еҫе аңҡып тора,
Уңған икән быйыл ул үлән.
Хәҙер инде хәтирәләр тиеп,
Эстән һыҙып, юҡҡа түгелмәм.

... Теге саҡта туған яҡтың төҫөн
Төрөп һалғайным да муҡсама.
Был һынаулы юлда ниңә генә
Кәрәк булған сәскә ул сама?

Сырхауҙарҙы дауалай ҙа, тиҙәр,
Йөрәктәргә име килешә.
Бер погонлы ҡатын тоҡто һермәй...
- Мәтрүшкә ул, - тинем үҙемсә.

Беҙгә генә ғәзиз был үләнде
Таныманы хатта ҡатындар.
Йөрәктәре әллә тимер инде?
Ҡараштары - боҙҙай һалҡындар.

Күтәреп тә бәрәһеңме инде
Бөтә ылауыңды шул ергә?!.
Түҙгәйнем дә теге йәберҙәргә,
Был тентеүгә нисек түҙергә?

Түҙмәйем дә.
Ҡапланып та китһен
Һаҙлыҡтағы ошо таш диуар.
Эсмәгән дә сәйме мәтрүшкәләр?
Намыҫтарҙы беҙҙең йәш йыуар.

... Мәтрүшкәләр уңған,
Ни хәл итмәк...
Сәй ҡайнаттың сәхрә яланда.
Көн йөҙөндә ҡояш нуры балҡый,
Миҙгелдәрҙең тәме балланған!..

Лариса АБДУЛЛИНА.
Фото интернеттан.
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: