Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
29 Август 2022, 11:55

ЙӘЙ ХУШЛАША

Йәй хушлаша...Мәртәбәле һыныЙөҙөп кенә үтте эргәнән.Ниндәй була икән йәйҙең наҙыҮткән саҡта һөйгән йәр менән?!.

ЙӘЙ ХУШЛАША
ЙӘЙ ХУШЛАША

Хушлаша йәй.
Һуңғы яҡтылығын
Бүләк итеп һона көнөнә.
Ул бәхетле булып олпатланған
Һиҙгер ҡатын кеүек күренә.

Йәй хушлаша.
Һүрән йылылығы
Бары тышҡы ғына һыҙаты.
Йөрәгендә һаҡлар ҡайнарлығын,
Көҙ артынан ҡышты оҙатып.

Хушлаша йәй.
Һиҙҙеләрме икән:
Ниндәй тантаналы күренеш?
Сайпылырға торған кисерешкә
Илтифатһыҙ ҡалдың, ти, имеш...

Йәй хушлаша...
Мәртәбәле һыны
Йөҙөп кенә үтте эргәнән.
Ниндәй була икән йәйҙең наҙы
Үткән саҡта һөйгән йәр менән?!.
Лариса Абдуллина.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА фотолары. 

Автор:Лена Хайруллина