Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
13 Сентябрь 2022, 09:55

Төрлө саҡ була

Аттай сабып барған ерҙәнТуҡтаған саҡтар була.Йоҙроҡто йомарлап таҺуҡмаған саҡтар була.

Төрлө саҡ була
Төрлө саҡ була

Аттай сабып барған ерҙән
Туҡтаған саҡтар була.
Йоҙроҡто йомарлап та
Һуҡмаған саҡтар була.

Дөрләгән саҡтар була,
Шөрләгән саҡтар була,
Үҙ-үҙеңде нишләтергә
Белмәгән саҡтар була.

Ялҡыны булып,йылытмай
Янған усаҡтар була.
Йылынам тиеп һыйынған
Һалҡын ҡосаҡтар була.

Кешеләргә күрһәтмәйсә
Илаған саҡтар була.
Ҡайсаҡ,ярарға тырышып,
Йылмайған саҡтар була.

Ялған икәнен дә белеп,
Ышанған саҡтар була.
Ҡайсаҡ болотһоҙ көндә лә,
Йәшнәгән саҡтар була.

Ник тыуғаныңа үкенеп
Уйланған саҡтар була.
Урынһыҙ рәнйетеүҙәрҙән
Тулаған саҡтар була.

Яңғыҙ ҡалып, һиҙҙермәйсә,
Моңланған саҡтар була.
Дөрөҫлөктөң булмауына
Һыҙланған саҡтар була.

Телде тешләп, һүгенмәйсә,
Тыйылған саҡтар була.
Йәйҙә һары япраҡ төҫлө
Ҡойолған саҡтар була.

Ҡайсаҡ ҡылған ғәмәлдәрҙән
Оялған саҡтар була.
Сәскә тиеп дегәнәккә
Уралған саҡтар була.

Епкә теҙелгән уйҙарҙың
Сыуалған сағы була.
Нахаҡ һүҙҙән был йөрәктең
Һыҙланған сағы була.

Донъяһы дөрөҫ түгелме?
Әллә мин дөрөҫ түгел...
Һеҙҙең нисек, минең күңел
Ниңәлер тыныс түгел.

Й. Шакиров
Сығанаҡ: "Башстатус" төркөмө

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: