Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
1 Ноябрь 2022, 12:55

Кемдәр генә уның шиғырын яттан белмәй!

Әгәр иҫән булһа, бөгөн башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, бөтә төрки, хатта донъя әҙәбиәтендә танылған шағир Рәшит Назаров  тыуған көнөн билдәләгән булыр ине. Шиғырҙарын ҡабаттан һөйләп, талантлы шәхесебеҙҙе иҫкә алайыҡ! . ЙӨРӘК Йыртып астым күкрәгемде, Йолҡоп алдым йөрәгемде Һәм йомарлап устарыма, Илттем уны дуҫтарыма. Илттем уны һиңә, йәнем. Тик күрмәнең ниңә, йәнем? Хурланып мин шул саҡ бик тә, Йөрәгемде аттым күккә, Осто йөрәк. осто йөрәк Йондоҙҙарҙан бейегерәк. Йәнем! Әгәр сыҡһаң тышҡа Таңын, ҡара көнсығышҡа,- Бер йондоҙ унда нур һипһә, Һәм хистәрең дөрләп китһә, Бел: был йондоҙ - минең йөрәк, Тик инде ул бейегерәк. ЙӘШЕН Мөхәббәт ул — әйтерһең дә, утлы йәшен, Һанап, һорап тормай һис бер кемдең йәшен, Һүнмәҫ ялҡын менән ялмай ҡартын-йәшен, «Көйҙөрөр», — тип ҡурҡһаң әгәр, ҡас һин — йәшен, Тик аҙаҡтан ҡоя күрмә күҙең йәшен! Мөхәббәт ул — әйтерһең дә, утлы йәшен…

Ул  - шиғриәт йондоҙлоғонда бар сағылышы менән һәммә халыҡты таң ҡалдырып, һоҡландырып, тирә-йүнде бер мәлгә атылған йондоҙҙай балҡытҡан таланты әҙип. Шиғриәт донъяһы уны бер мәлгә генә дөрләп янған ялҡынлы ҡосағына ҡыҫа ла, мәңгелеккә бушлыҡ упҡынына ташлай. Ғүмере уның атылған йондоҙҙай.

.

ЙӨРӘК
Йыртып астым күкрәгемде,
Йолҡоп алдым йөрәгемде
Һәм йомарлап устарыма,
Илттем уны дуҫтарыма.
Илттем уны һиңә, йәнем.
Тик күрмәнең ниңә, йәнем?

Хурланып мин шул саҡ бик тә,
Йөрәгемде аттым күккә,
Осто йөрәк. осто йөрәк
Йондоҙҙарҙан бейегерәк.

Йәнем! Әгәр сыҡһаң тышҡа
Таңын, ҡара көнсығышҡа,-
Бер йондоҙ унда нур һипһә,
Һәм хистәрең дөрләп китһә,
Бел: был йондоҙ - минең йөрәк,
Тик инде ул бейегерәк.

ЙӘШЕН
Мөхәббәт ул — әйтерһең дә, утлы йәшен,
Һанап, һорап тормай һис бер кемдең йәшен,
Һүнмәҫ ялҡын менән ялмай ҡартын-йәшен,
«Көйҙөрөр», — тип ҡурҡһаң әгәр, ҡас һин — йәшен,
Тик аҙаҡтан ҡоя күрмә күҙең йәшен!
Мөхәббәт ул — әйтерһең дә, утлы йәшен…

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: