Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
21 Ноябрь 2022, 11:50

Үҙ эшенә ғашиҡ кешеләр

Һөнәри байрамдары уңайынан беҙ зәңгәр экран аша көнүҙәк мәсьәләләр менән таныштырыусы, район-ҡала яңылыҡтарын еткереүсе, тормоштоң ыңғай һәм кире яҡтарын күрһәтеүсе «Сатурн» телевидениеһы хеҙмәткәрҙәре менән осраштыҡ. Уларҙың һәр ҡайһыһы менән яҡшы танышбыҙ,  район-ҡалала ойошторолған саралар уртаһында бергә ҡайнайбыҙ, оҡшаш өлкәлә эшләгәс, еңел булмаған хеҙмәттәрен дә күреп, аңлап торабыҙ. Гәзит уҡыусыларҙы ла телевидение эше менән яҡынданыраҡ таныштырыу маҡсатында уның баш мөхәррире Олеся Рыпинская менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Үҙ эшенә ғашиҡ кешеләр
Үҙ эшенә ғашиҡ кешеләр

- Гәзит уҡыусыларҙы һеҙҙең коллектив менән дә яҡынданыраҡ таныштырып китәйек. 

- Иң беренсе шуны әйтер инем: беҙҙә осраҡлы кешеләр юҡ һәм бында килгәндәр оҙаҡҡа ҡала, сөнки улар үҙ эшенә ғашиҡтар. Директорыбыҙ Григорий Николаевич Кормаков командаға дөрөҫ йүнәлеш һәм тулы ижади ирек бирә. Беҙ уның менән үҙебеҙҙе һәр саҡ яҡлаулы тоябыҙ. Дикторыбыҙ Фәимә Ғайсинаны белмәгән кеше юҡ, оҙаҡ йылдар эшләгән хеҙмәткәр булараҡ, үҙ тәжрибәһен башҡалар менән ихлас бүлешә, ярҙамлаша. Яңылыҡтар менән таныштырыусы, шулай уҡ радио дикторы Наталья Чернова ла тиҙ арала телевидение эшенең нескәлектәренә төшөндө һәм «Сатурн»дың алыштырғыһыҙ хеҙмәткәренә әйләнде. Күптән түгел эш башлаған өмөтлө хәбәрсебеҙ Алина Аҡсурина ла йәш булыуына ҡарамаҫтан, эшен белеп һәм яратып башҡара. Оператор һәм монтажсы егеттәребеҙ Радик Табаев, Павел Банокин, Сергей Петров, Дмитрий Быковтарҙың тырышлығы һәм һөнәри оҫталығы баһалап бөткөһөҙ. Уларҙың барыһы ла телевидение менән «сирләгән» кешеләр.

 

Әңгәмәне тулыһынса гәзиттең 46-сы һанында уҡығыҙ.

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: