+29 °С
Болотло
Улар иҫәбендә-режиссер Айҙар Тәлғәт улы Заббаров. Ватан психология театры традицияларын дауам итеүсе, ул шунда уҡ тамашасыларҙың да, билдәле коллегаларының да таныуын яулай. Уның диплом спектакле «Алтын битлек» премияһына алты номинация ала һәм иң абруйлы театр майҙансыҡтары буйлап уның постановкаларының ысын мәғәнәһендә триумфаль йөрөшөнә башланғыс һала. Рус художество сәнғәтенең иң яҡшы традицияларын йәш скульптор Екатерина Леонидовна Пильникова дауам итә. Уның һирәк осраған һәләте шулай уҡ студенттарҙың эштәрендә лә сағыла һәм рус мәҙәниәтенең күренекле эшмәкәрҙәренең скульптуралар серияһында тулыһынса асыла, уның өсөн премияға лайыҡ була.