ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
5 Апрель 2023, 10:39

Өфөлә китап байрамы үтә

  26-28 майҙа Өфөлә тәүгә “Китап байрамы” тип аталған халыҡ-ара китап йәрминкәһе уҙа. Сара бер нисә майҙанда – БР Милли китапханаһы,  Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Башҡорт дәүләт педагогия университетында, шулай уҡ нәшриәттәрҙә һәм китап магазиндарында ойошторола

Өфөлә китап байрамы үтә
Өфөлә китап байрамы үтә

 

Өс көн буйы йәрминкә сиктәрендә китап һатыу, оҫталыҡ дәрестәре, авторҙар менән осрашыуҙар, шиғыр һөйләүселәр конкурсы буласаҡ, иң яҡшы әҫәрҙәр буйынса моноспектаклдәр күрһәтеләсәк, тип билдәләй республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина.

- Был көндә йәрминкә менән бергә Денис Мацуевтың да фестивале уҙасаҡ һәм ул үҙе хаҡында яҙған китабын презентациялаясаҡ, - ти Наталья Михайловна. – Нәшриәттәр араһында иң яҡшы йыл китабы конкурсы ла күҙаллана. Әле  йәрминкәлә илебеҙҙең һәм сит илдәр нәшерләүселәрен күберәк йәлеп итеү өҫтөндә эшләйбеҙ. “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә асылған моделле китапханаларҙы ла күрһәтергә ниәтләйбеҙ.

Был сараның маҡсаты – уҡыуҙы популярлаштырыу, яңы китаптар хаҡында белдереү, йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләү. Йәрминкә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса уҙғарыла.  Ойоштороусылары – БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Сауҙа министрлығы һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: