ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
18 Апрель 2023, 10:32

Урал батыр ерендә йыл китабы

kitap-bayram.ru сайтында был сара тураһында тулыраҡ мәғлүмәт 

Урал батыр ерендә йыл китабы
Урал батыр ерендә йыл китабы

«Китап-байрам» халыҡ-ара йәрминкәһе барышында Совет майҙанында, Милли музейҙа, Милли китапханала, шулай уҡ нәшриәттәрҙең һәм китап магазиндарының күргәҙмә майҙансыҡтарында төрлө саралар: китап һатыу-күргәҙмәһе, оҫталыҡ дәрестәре, авторҙар менән осрашыуҙар, тасуири уҡыу конкурстары, иң яҡшы әҫәрҙәр буйынса моноспектаклдәр, экранлаштырыуҙар була.

Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы Башҡортостан Республикаһының «Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡорт нәшриәте»нең «Китап» Дәүләт унитар предприятиеһы менән берлектә "Урал батыр ерендә йыл китабы" төбәк-ара конкурс тураһында Положение әҙерләгән.

Конкурстың төп маҡсаты — китап уҡыуҙы популярлаштырыу һәм пропагандалау, рәсәйҙең иң яҡшы баҫмаларын асыҡлау һәм популярлаштырыу.

Жюри китап сығарыу буйынса компетентлы эксперттарҙан билдәләнәсәк. Сара сиктәрендә конкурс еңеүселәрен ете номинацияла бүләкләү планлаштырыла.

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: