+21 °С
Болотло
Илһөйәрек дәрестәре тарихты хәтерләтте. Һуғыш йылдарында фашистар, төрлө мәғлүмәттәр буйынса, 15 миллиондан алып 16 миллионға тиклем кешене юҡҡа сығара һәм язалай. Был ҡорбандарҙың күҙ алдына ла килтермәҫлек һаны, улар араһында ҡатын-ҡыҙҙар, ололар һәм бәләкәй балалар була.
Ҡорбандар иҫтәлеген хөрмәтләү, тарихи хәҡиҡәтте һаҡлау, уҡыусыларҙың иғтибарын илдең аяныслы үткәненә йәлеп итеү өсөн — ошо маҡсатта Башҡортостан мәктәптәрендә интерактив берҙәм патриотик дәрестәр үтте.