+21 °С
Болотло
1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышы етәкселәренең береһе Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 йыл тулыуға арналған II Республика ғилми-ғәмәли конференцияһына йомғаҡ яһалды. Конференцияла күренекле башҡорт эшмәкәрҙәре биографияһына, башҡорт халҡының шәжәрәһен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, Кинйә Арыҫлановтың тормош юлын һәм ролен өйрәнеү буйынса тикшеренеү проекттары тәҡдим ителде.
Бөтәһе 562 уҡыусы ҡатнашты.