ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
8 Сентябрь 2023, 10:00

Ҡан хәтере менән бәйле шөғөл

- Күңелемә шул тиклем яҡын ошо шөғөлөм. Уға тотонғанда әйтеп аңлатып булмаҫлыҡ ыңғай тойғолар кисерәм, үҙ асылыма ҡайтыуымды тоям. Быны мин ҡан хәтере менән бәйләйем, - ти Гөлдәр Сәмсетдин ҡыҙы.

Ҡан хәтере менән бәйле шөғөл
Ҡан хәтере менән бәйле шөғөл

Халыҡтың зауығын, уның тарихын, йәшәү рәүешен сағылдырған милли кейемде беҙ ҡасандыр өләсәй һандығында, музей, күргәҙмәләрҙә генә күреп, сәхнә кейеме итеп ҡабул итһәк, бөгөнгө заман башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының күбеһендә күлдәк, шулай уҡ һаҡал, ҡашмау кеүек биҙәүестәр барлыҡҡа килде. Милли кейемде теген эшенә маһир һәр кем үҙе тегеп кейһә, арабыҙҙа милли биҙәүестәр яһаған оҫталар ҙа байтаҡ. Тегеүселәр барлыҡҡа бар, шул уҡ ваҡытта был уны еренә еткереп башҡарыусылар әллә ни күп түгеллеген дә беләбеҙ.

Ата-олатайҙарыбыҙ, өләсәйҙәребеҙ кейгән милли кейемде төп ҡағиҙә һәм талаптарҙан тайпылмай, дөрөҫ итеп теккән оҫта ҡуллы Гөлдәр АҠНАЗАРОВАны Тамъян ауылына барып таптыҡ. Ғүмере буйы яратҡан һөнәренә тоғролоҡ һаҡлаған тегеүсе ханым был шөғөлгә ике йыл элек тотона. Бөгөн үҙ тәжрибәһен башҡалар менән уртаҡлашырға әҙер яҡташыбыҙ гүзәл заттар өсөн оҫталыҡ дәрестәре лә ойоштора.

- Бөгөн күп оҫталар заманға яраҡлаштырылған, йәғни стилләштерелгән милли костюмдар, биҙәүестәр тәҡдим итә. Һәр төбәктең үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ биҙәктәре, шул яҡҡа ғына хас кейем-һалым үҙенсәлеге бар, беҙ уларҙы бер нисек тә үҙгәртә алмайбыҙ, - ти оҫтабикә.

Ул үҙе халыҡ ижады өлгөләрен тарихсы-этнографтарҙың китаптарына, төрлө сығанаҡтарға, милли кейем тегеүҙең бөтә нескәлектәрен белгән оҫталарға мөрәжәғәт итеп өйрәнә.

 

Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең 36-сы һанында уҡығыҙ.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: