Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
17 Сентябрь 2023, 21:15

Әсәйем кейәүгә сыға (Хикәйә)

– Әсәйем кейәүгә сығырға китте, – тине Айрат эшен бүлмәй генә. Шундай тыныс итеп әйтте, әйтерһең дә бындай хәл йыш булып тора. – Нимә? Ниндәй кейәү? – Ғәйфулла Айраттан әле генә ишеткән һүҙҙән шаңҡып ултыра төштө. – Аңлатып һөйлә әле. – Әсәйем кейәүгә сығырға китте, йолаһы шулай тип әйтте, – тип мығырланы Айрат. – Аңламайым бер нәмә лә, әсәйең кейәүгә сыға, һин тыныс ҡына һөйләп ултыраһың. Һеңлең ҡайҙа? – Һеңлем дә китте. Әсәйем һиңә шылтыратып ҡарағайны, телефон тотмай, – тип теҙҙе Айрат.

Әсәйем кейәүгә сыға (Хикәйә)
Әсәйем кейәүгә сыға (Хикәйә)

 

 

Йәй еттеме, иртәндән ҡара төнгә тиклем билмәмәһенән ҡайтып инмәй урмансы Ғәйфулла. Былтырғы янғындан һуң бигерәк тә һаҡ булырға кәрәк. Быйыл да көндәр ҡыҙыу тора. “Урман, йылға буйына сығып ит көйҙөрөп, араҡы эсеп ятыуҙарын әллә ни күрәләр, белгәндәре шашлыҡҡа сығыу. Хатта бисәләре лә килешкән, лаяҡыл булғансы эсәләр”, тип йәне көйә Ғәйфулланың.

Өфө урман техникумын тамамлаған Ғәйфулла, тыуған яғына ҡайтып башкөллө эшкә сумды. Ярата ул урманды. Үҙен хатта кейектәр ҙә танып бөткән. Инде ун йыл тула инде. “Шул урман тип, йәйгеһен берәй ергә ял итергә лә бара алмайбыҙ”, тип үпкәләй ҡайһы саҡ ҡатыны Вәсилә. Ул мәктәптә әҙәбиәт уҡыта, Өфөлә уҡығанда танышҡайнылар, инде ике балаға атай, әсәй булдылар. Ғәйфулла, Бәлә урманын ҡарап сыҡты ла, төш еткәс, “Нива”һы менән ҡайтырға сыҡты.

Икенсе класҡа күскән улы Айрат ҡоҙоҡ төбөндә балыҡ таҙалап ултыра ине. Эргәһенә бесәйе ҡунаҡлаған. Айрат, атаһына эйәреп кенә башлағайны, ғәйәр балыҡсы булды ла китте. Үҙе балыҡҡа йөрөй, таҙарта, бәләкәйҙәрен тоҙлап ҡояшҡа киптерә.

– Һай улым, маладис! – тип ҡыуанды Ғәйфулла Айраттың эшенә шул тиклем ихлас бирелгәнен күреп. – Ә әсәйең ҡайҙа?

– Әсәйем кейәүгә сығырға китте, – тине Айрат эшен бүлмәй генә. Шундай тыныс итеп әйтте, әйтерһең дә бындай хәл йыш булып тора.

– Нимә? Ниндәй кейәү? – Ғәйфулла Айраттан әле генә ишеткән һүҙҙән шаңҡып ултыра төштө. – Аңлатып һөйлә әле.

– Әсәйем кейәүгә сығырға китте, йолаһы шулай тип әйтте, – тип мығырланы Айрат.

– Аңламайым бер нәмә лә, әсәйең кейәүгә сыға, һин тыныс ҡына һөйләп ултыраһың. Һеңлең ҡайҙа?

– Һеңлем дә китте. Әсәйем һиңә шылтыратып ҡарағайны, телефон тотмай, – тип теҙҙе Айрат.

– Ҡайһы ергә киттеләр инде?

– Фәрхи шишмәһенә, Өфөнән килгәндәр. Шуларҙың машинаһына ултырып киттеләр.

– Әйҙә, ултыр, киттек!

Ғәйфулла улын ултыртып алды ла ҡыҙыу тиҙлек менән Фәрхи шишмәһенә табан китте. Башында мең төрлө уй ҡайнаны. “Кейәүгә сыға, йолаһы шулай”. Улар барып еткәндә шишмә буйы халыҡ менән тулғайны.

– Һин һаман урманыңда йөрөйһөң, бында кәләшең кейәүгә сығып ята, – тип кәзекләп ҡаршы алды ирҙәр.

Ғәйфулла милли кейемдәр кейгән ҡатын-ҡыҙ йыйылған шишмәгә яҡыныраҡ барҙы. Баштан-аяҡ боронғо кейенгән, көйәнтә, биҙрә аҫҡан ҡатынын Ғәйфулла башта таныманы. Шулай уҡ боронғо милли кейем кейгән Миңлебикә еңгә Вәсиләнән һыу башлата:

– Эй, һыу инәһе! Беҙҙең киленебеҙ Вәсилә һиңә һыу алырға йөрөр. Уға һыуыңды алырға рөхсәт ит! Бәлә-ҡазаһыҙ, матур тормош бир!

Йола атҡарылды. Барыһын да Өфөнән килгән телеоператор төшөрөп тора.

– Булды! – тип ҡысҡырҙы режиссер ҡатын. – Барығыҙға ла ҙур рәхмәт! Ике аҙнанан телевизорҙан күрерһегеҙ.

Ниһайәт, хәлдең айышына төшөнгән Ғәйфулла улына ҡарап көлөргә тотондо.

– Әй, улым! Әсәйеңде кейәүгә бирергә уйлағайныңмы?

– Бынау эҫелә ҡалын кейем менән бышлығып бөттөм, – тине кейемен алмаштырып килеп еткән Вәсилә. – Өфөнән килеп киленгә һыу башлатыу йолаһын төшөрҙөләр. Миңә килен булып уйнарға тура килде.

– Айрат һине, әсәйем кейәүгә сығырға китте, тип ултыра ине, – тип рәхәтләнеп көлдө Ғәйфулла.

 

Х. ШӘРИПОВ.

Әсәйем кейәүгә сыға (Хикәйә)
Әсәйем кейәүгә сыға (Хикәйә)
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: